Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭФЕМЕРҘАР

Просмотров: 852

ЭФЕМЕРҘАР (гр. ephēmeros — бер көнлөк), йәшәү циклы ҡыҫҡа (2— 6 аҙна) булған бер йыллыҡ үҫемлектәр. Дымлы осорҙа үҫешә, йылдың ҡалған ваҡытында орлоҡтар рәүешендә һаҡлана. Көҙгө‑ҡышҡы‑яҙғы вегетация үҫемлектәре. Типик (орлоҡтары яҙ көнө шытып сыға, мәҫ., бәләкәй сысҡанҡойроҡ) һәм ужым (көҙ һәм ҡыш көндәре; үҫемлектәр ҡар аҫтында розеткалар рәүешендә һаҡлана, яҙ көнө вегетацияһын тергеҙә, мәҫ., күстерәзатының төрҙәре) Э. айырыла. Йәшәү стратегияһының характеры б‑са Э. — эксплеренттар (уңдырышлы тупраҡтарҙа конкуренция аҙ булғанда үҫә), вегетатив органдарҙың төҙөлөшө б‑са мезофиттар булып тора. Э. айырыуса сүл һәм ярымсүл өсөн хас. Башҡортостанда дала һәм урман‑дала зоналарында, йышыраҡ эрозияланған участкаларҙа (етенъяпраҡ ял­паҡйемеш, имәнлек драбаһы, оҙонса алтынүлән, Таль киҫмәтеле, төркөстан ҡотормаһы, яҙғы яҙһөйәр һ.б.), ш. уҡ ҙур йылға туғайҙарының яр буйы участкаларында (һыу күләүекгөлө, әрмәнде ҡуһаһы һ.б.) осрай. Декоратив үҫемлектәр (төньяҡ таутишәре, ялан миләүшәһе һ.б.), ҡый үләндәре (уртансы йондоҙҡай һ.б.).

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: