Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭФИРҘАР

Просмотров: 1132

ЭФИРҘАР, кислородлы органик берләшмәләр. Ябай (молекулаларҙа 2 углеводород радикалы кислород атомы м‑н бәйләнгән) һәм ҡатмарлы (минераль йәки карбон кислоталарында гидроксил төркөмдәренең водород атомдарын углеводород радикалдарына алмаштырыу продукттары) Э. айырыла. Тәбиғәттә ҡатмарлы Э. балауыҙ, май, эфир майҙары составында осрай. Ябай Э. симметрик (радикалдары бер төрлө) һәм симметрик булмаған (бер төрлө түгел) төрҙәргә бүленә; ш. уҡ уларға циклында кислород атомы булған гетероциклик берләшмәләр (тетрагидрофуран һ.б.), ортокислоталар, альдегид һәм кетондарҙың гидрат формалары Э. (ацеталдәр һәм кеталдәр) һ.б. инә. Күп нигеҙле к‑таларҙың тулы һәм ҡатм­арлы әсе Э. айырыла. Ябай Э. атамаһы углеводород радикалдарының атамаһынан йәки алыштырыу номенклатураһы б‑са (мәҫ., диэтил Э. йәки этоксиэтан), ҡатмарлы Э. — алкил йәки арил төркөмөнөң һәм к‑таның атамаһынан (мәҫ., этилпропионат, метилсульфат) барлыҡҡа килә. Ҡайһы берҙәренең атамаһы ябай (мәҫ., анизол — фенолдың метил Э.). Ябай Э. — үҙенсәлекле еҫле төҫһөҙ шыйыҡсалар, һыуҙа насар, органик эреткестәрҙә яҡшы эрей, һелтеләр, һелтеле металдар тәьҫиренә тотороҡло. Көслө протонлы к‑талар тәьҫирендә оксоний берләшмәләре, Льюис к‑талары йоғонтоһонда тотороҡло эфираттар; һауа кислороды м‑н оҙайлы контакты ваҡытында шартлаусан перекись берләшмәләре барлыҡҡа килтерә. Түбән карбон к‑таларының һәм иң ябай спирттарҙың ҡатмарлы Э. — төҫһөҙ осоусан шы­йыҡсалар (йыш ҡына емеш‑еләк еҫле); юғары карбон к‑таларының Э. — төҫһөҙ ҡаты матдәләр (башлыса еҫһеҙ); минераль к‑таларҙың Э. — хуш еҫле майлы шыйыҡсалар; С9Н19‑тан алып — ҡаты матдәләр. Һыуҙа насар, органик эреткестәрҙә — яҡшы эрей. Гидролизға, пиролизға, переэтерификациялауға, аминолизға дусар ителеүе, ацилоинға, спирттарға һ.б. ҡайтарылыуы мөмкин. Окисландырыусылар тәьҫиренә тотороҡло. Ябай Э. спирттарҙы каталитик дегидратациялау, спирттар йәки фенолдарҙы олефиндарға берләштереү, алкоголяттарҙы алкиллаштырыу һ.б.; ҡатмарлы Э. — этерификациялау, к‑таларҙы диазоалкандар йәки тоҙ­ҙарҙы алкилгалогенидтар м‑н алкиллаштырыу, переэтерификациялау һ.б. ысулдар м‑н алына. Э. — эреткестәр (амил‑, бутил‑, этилацетаттар), фармацевтика препараттары өсөн сеймал (салицил к‑таһының сығарылмалары), хуш еҫле матдәләр (неролин, бензил‑, терпенилацетат һ.б.). Ябай Э. — антиоксиданттар, ҡайһы берҙәре инсектицид тәьҫиренә эйә; ҡатмарлы Э. — полимерҙарҙы синтезлау өсөн сеймал (мәҫ., метилметакрилат), пластификаторҙар (диоктил‑һәм дибутилфталаттар), синтетик йыуыу саралары (алкилсульфаттар), экстрагенттар һәм пестицидтар (ортофосфор к‑таһының Э.), шартлаусан матдәләр. Күпселек юғары молекуляр Э. (полиэтилентерефталат, целлюлоза ацетаттары һ.б.) пластиктар, лактар, синтетик сүстәр етештереүҙә файҙаланыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанға ҡатмарлы эфирҙар з‑ды (Мәскәү) эвакуациялана. Үҙағасты ҡоролай ҡыуыу юлы м‑н уксус к‑таһының этил Э. (этилацетат) етештереү 20 б. 50‑се йй. Әмзә урман‑химия з‑дында (ҡара: Әмзә урман комбинаты), нитроэфирҙарҙы (ҡара: Нитратлаштырыу) — 1962 й. 21‑се почта йәшниге пр‑тиеһында (ҡара: “Авангард”), изооктил (диоктилфталат) һәм н‑гексил (дигексилфталат) спирттарының һәм ортофталь к‑таһының Э. — 70‑се йй. “Авангард” пр‑тиеһында, Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”), метил‑трет‑бутил Э. (бензиндар өсөн юғары октанлы өҫтәлмә) метил спиртын изобутилен м‑н алкиллаштырыу юлы м‑н етештереү 90‑сы йй. уртаһында Өфө нефть эшкәртеү заводында һәм Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында үҙләштерелә. Э. химияһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Д.Л. Рахманҡолов етәкс. ӨНИ‑лә үткәрелә. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында хлорфеноксиуксус к‑талары Э. нигеҙендә гербицид препараттары эшләнә. Органик химия ин‑тында, Нефтехимия һәм катализ ин‑тында Э. биол. актив матдәләрҙе синтезлау ваҡытында алына.

Ф.З.Ғәлин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: