Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧАПАЛО Владимир Петрович

Просмотров: 1203

ЧАПАЛО Владимир Петрович (27.10. 1947, Стәрлетамаҡ ҡ. — 27.9.2017, шунда уҡ), спортсы. Мотоспорт б-са СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1973). БР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм-ре (2007). П.Ф. Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин-тын тамамлаған (1980). ДОСААФ-тың спорт- техник клубы (Стәрлетамаҡ) тәрбиәләнеүсеһе. Боҙҙағы мотоуҙыштар б-са шәхси ярыштарҙа СССР чемп. һәм РСФСР чемпионатының көмөш призёры (икеһе лә — 1973), СССР команда чемпионатының бронза призёры (1977). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1970—78). 1973 й. алып спидвей б-са “Урал” командаһының (Стәрлетамаҡ) өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1979 й. башлап СССР йыйылма командаһы тренеры; 1985— 91 йй. боҙҙағы мотоуҙыштар б-са БАССР йыйылма командаһының, 2001 й. алып Ғ.Ҡадиров ис. спорт клубының (Өфө) өлкән тренеры, 2003 й. башлап “Каустик” мотоклубы (Стәрлетамаҡ) директоры.

Н.А.Ермоленко

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: