Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧАРИКОВ Владимир Петрович

Просмотров: 1638

ЧАРИКОВ Владимир Петрович (23.10.1949, Өфө ҡ. — 17.1.2015, шунда уҡ), тренер. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1998). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған (1977). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1967—70) һәм армия спорт клубы (Куйбышев ҡ., 1970—72) командалары өсөн уйнай. 1972 й. алып “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тренер-уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1987 й. “Зенит” ирекле спорт йәмғиәтенең Үҙәк советындағы үҫмерҙәр йыйылма командаһының өлкән тренеры, 1991 й. башлап “Салауат Юлаев” хоккей клубының баш администраторы, 1999—2010 йй. начальнигы. Ч. етәкселегендә “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ының үҫмерҙәр командаһы — СССР беренселегенең көмөш призёры (1988), “Салауат Юлаев” хоккей клубы Рәсәй чемпионы (2008), Милләт‑ара хоккей лигаһы (1995—96), Рәсәй (1997) һәм Континенталь хоккей лигаһы (2010) чемпионаттарының бронза призёры була. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.А. Емелин, шулай уҡ 10 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры бар.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.11.2022
Связанные темы рубрикатора: