Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘҒӘФӘРОВ Алик Ҡәйүм улы

Просмотров: 1768

ЙӘҒӘФӘРОВ Алик Ҡәйүм улы [21.2.1941, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Юлдыбай а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1995), проф. (2008). РФ‑тың атҡ. геологы (1997), Төмән өлк. почётлы нефтсеһе (2008). Р.Ҡ.Йәғәфәрованың ағаһы. Томск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) “Обьнефтегазразведка” тресында (Төмән өлк.) эшләй (өҙөклөк м‑н): Вах нефть эҙләү экспедицияһының, 1969—70 йй. производство‑методика партияһының өлкән геологы; 1968 й. башлап “Краснохолмскнефть” нефть промыслаһы идаралығының ғилми‑тикшеренеү лаб. өлкән инженер‑геолог, бүлек нач. вазифаһын башҡарыусы. 1972 й. алып Баш Төмән производство геол. идаралығында: Көнбайыш Себер геол.‑разведка нефть ҒТИ‑ның өлкән геологы, партия нач. вазифаһын башҡарыусы; 1975 й. башлап Төмән тематик экспедицияһының партия нач., 1984 й. — Көнбайыш Себер тикшереү өсөн тәрән быраулау технологияһы ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ ин‑тының партия нач., 1985 й. — бүлек мөдире, 1992 й. — фән б‑са дир. урынбаҫары. 2001 й. алып “Төмән нефть ғилми үҙәге” ЯАЙ бүлегенең баш белгесе, сектор мөдире; 2007—08 йй. “КогалымНИПИнефть” ЯСЙ‑ның Төмән филиалында бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2002 й. башлап Төмән индустриаль ун‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм геология м‑н бәйле. Й. тарафынан ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеге, һыуҙы изоляциялау эштәре ысулдары, Көнбайыш Себерҙәге разведкалау скважиналарында дебитты арттырыу технологияларының геол.‑геофизик нигеҙҙәре эшләнә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 50 уйлап табыу авторы. РСФСР МС‑ы пр. лауреаты (1987). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Хеҙм.: Интенсификация притоков нефти из скважин на месторождениях Западной Сибири. Тюмень, 2000 (авторҙ.); Анализ результатов испытания поисково‑разведочных скважин. М., 2003 (авторҙ.); Гидродинамические исследования малодебитных нефтяных скважин. Тюмень, 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: