Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮБИЛЕЙНЫЙ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

Просмотров: 1757

ЮБИЛЕЙНЫЙ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, БР‑ҙа иң ҙур ятҡылыҡ, Хәйбулла р‑нында урынлашҡан. 1966 й. Башҡ‑н терр. геол. идаралығы тарафынан асыла. Магнитогорск­ мегасинклинорийының көнбайыш өлөшөндә, аҫҡы девон эффузивтарынан торған шына һымаҡ тектоник блоктың күсәре буйлап Һамар гравитация максимумының төньяҡ‑‑көнбайыш периферияһында ята. Блок күсәре Маҡан‑Петропавловка диагональ һынылышы зонаһының төньяҡ‑көнбайыш осо м‑н ҡатмарлана. Мәғдәнләнеү уның меридиональ һынылыш м‑н киҫешкән урынында локалләшә. Мәғдән туплау структураһы — кальдера һәм эйәрсән экструзив‑пирокластик әсе һәм шлаклы базальт ҡоролмаларының серияһы м‑н ҡатмарланған Петропавловка стратовулканы. Ю.б.к.я. геол. киҫелеше бай­маҡ‑бүребай ­свитаһы базальттарынан, риолиттарынан, дациттарынан ғибәрәт. Әсе һәм һелтеле төрлөлөк контакттарында мәғдәнләнеүҙе һыйҙырған метасоматик үҙгәрештәрҙең ҡалын зоналары үҫешкән. Базальт б‑са мәғдән аҫты метасоматиттарының (ҡалынлығы 150—300 м) составы кварц‑хлоритлы; дацит һәм риолит б‑са мәғдән өҫтө метасоматиттарының (бер нисә тиҫтә метр) составы серицит‑, монокварцлы. Мәғдәнләнеү колчеданлы һәм улар өҫтөндәге окисланған алтынлы “тимер эшләпә” мәғдәндәренән тора. Колчеданлы мәғдәндәр 52—1258 м тәрәнлектәге эҙмә‑эҙлекле линза һәм ҡатлам һымаҡ 6 ятышты ҡаплай. Мәғдәндәрҙең ятышы эффузив ҡатламдарына ярашлы; бүленеү зоналары б‑са апофиздар м‑н ҡатмарлана. Мәғдәндәр һәм тоҡомдар төньяҡ‑көнсығышта ауыша, мөйөшө 30—45°, йүнәлеше б‑са мәғдән есемдәренең оҙонлоғо 66—536 м, ауышы б‑са — 32—390 м, уртаса ҡалынлығы 15—27 м, күпкән урындарҙа — 160 м тиклем. Мәғдән минералдары пирит, халькопирит, сфалерит, халькозин, борнит; саф­алтын һәм электрум (үлсәме 10—60 мкм булған бөрсөктәр һәм юлаҡтар) бар. Файҙалы ҡушылмалар (г/т): германий (30), индий (63), кадмий (13—25), селен (14—123), таллий (60), теллур (200); зарарлы ҡушылмалар (%): мышаяҡ (0,06), һөрмә (0,01), фтор (0,007). Колчеданлы мәғдәндәрҙең В+С1 категориялы запасы 114232,2 мең т (баҡыр миҡдары 1,55%, цинк — 2,19%, кө­көрт — 43,07%, алтын — 1,41 г/т, көмөш — 12,34 г/т) тәшкил итә (2004). Баҡыр‑цинк (35988,7), баҡыр (54125,2), көкөрт колчеданы (16400,7) мәғдәндәре айырыла; минералдарҙың ялғанып китеүе нәҙек булыу сәбәпле мәғдәндәр ауыр байыҡтырыла. Ю.б.к.я. триастың ашалыу ҡатлауы, урта юраның пролювиаль‑аллювиаль ҡыр­сынташлығы, конгломераттары, ҡом­таштары, неоген‑дүртенсел күл балсыҡтары м‑н ҡапланған. Ашалыу ҡатлауы м‑н колчедан ятыштары буйлап окисланған алтынлы мәғдәндәр бәйле. Окисланған мәғдән есемдәре линза һәм таҫма формаһында, йүнә­леше б‑са оҙонлоғо 20—200 м, ауышы б‑са — 10—145 м, ҡалынлығы 1,3—37 м, ятыш тәрәнлеге 40—100 м. Ятышы субгоризонталь, бер аҙ ауыш, урыны м‑н ҡатмарлы. Окисланған мәғдәндәрҙең 3 сорты айырыла: колчеданлы мәғдәндәр б‑са кремний‑балсыҡлы һәм кремний‑тимерле цементы, малахит, азурит, церуссит урындары, пирит, халькопирит, халькозин, ковеллин, борнит, сфалерит реликттары булған сидерит‑гидрогётит‑гётит составлы көрән тимер, составына алтын (5,9 г/т), көмөш (10,6 г/т) инә; минераллашҡан метасоматиттар буйлап үҫешкән сыбар төҫтәге тимерләнгән ҡомташ‑ҡырсынташлы балсыҡ, ҡаплаған һәм уратып алған көрән тимер (%) кварцтан (40), каолиндан (40), тимер окисы гидратынан (15—20) ғибәрәт, составына алтын (23,2 г/т), көмөш (7,2 г/т) инә; беренсел силикаттарҙың бер өлөшө гидрослюдалар м‑н алышынған колчедан ятыштарының йәшкелт һоро, ҡыуышлы, өлөшләтә йыуылған һәм тарҡатылған мәғдән яны метасоматиттары кварцтан, серициттан, хлориттан, пириттан, халькопириттан тора, составына алтын (2,3 г/т), көмөш (11,7 г/т) инә. Окисланған мәғдәндәр йыуылыуға һәм составына алтынға бай (0,2—0,5 г/т, урыны м‑н 1 г/т тиклем һәм унан да күберәк) булған икенсел тимер һәм баҡыр сульфидтары ингән юра ҡомташ‑һуйырташ‑ҡырсын ҡатламдарын (ҡалынлығы 70 м тиклем) барлыҡҡа килтереп яңынан ҡатламланыуға дусар була. Окисланған мәғдәндәрҙең С1 категориялы запасы 293,0 мең т мәғдән, 1835,2 кг алтын, С2 категориялы запасы 157,8 мең т мәғдән, 1062,3 кг алтын тәшкил итә (1996). “Башҡорт баҡыры” ЯСЙ тарафынан үҙләштерелә. Ю.б.к.я. асҡан һәм разведкалаған өсөн В.В.Воробьёв, Б.Д.Мәһәҙиев, В.М.Попов һ.б. СССР‑ҙың Дәүләт пр. м‑н бүләкләнгән.

В.Н.Никонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023
Связанные темы рубрикатора: