Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САҠМАҒОШ РАЙОНЫ

Просмотров: 1523

САҠМАҒОШ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Дүртөйлө һәм Илеш, көнсығышта — Кушнаренко, көньяҡта — Благовар һәм Бүздәк, көньяҡ‑көнбайышта — Шаран, көнбайышта Баҡалы р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Бөрө кантоны, Бәләбәй кантоны, Өфө кантоны улустары инә. 1963—65 йй. райондарҙы эреләтеүгә бәйле, С.р. составына Кушнаренко р‑ны терр‑яһы индерелә. Майҙаны — 1686 км2. Адм. үҙәге – Саҡмағош а., Өфөнән төньяҡ‑көнбайышҡа 111 км һәм Бүздәк т. юл ст. төньяҡҡа табан 67 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 57,2; 1959 — 43,1; 1989 — 32,7; 2002 — 33,0; 2010 — 30,8; 2015 — 29,1; 2018 — 28,4. Милли составы (2002): татарҙар — 62,8%, башҡорттар — 30,7%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 19,8 кеше/км2. Районда 13 ауыл советы, 78 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Саҡмағош (11,4 мең кеше), Иҫке Ҡалмаш (1,8 мең), Аблай (1,1 мең) ауылдары.

Район терр‑яһы Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге сиктәрендә урынлашҡан. Рельефы тигеҙ, убалы. Райондың үҙәк өлөшө Көньяҡ Татар көмбәҙендә,төньяғы Бөрө биләнендә ята.Район терр‑яһында кирбес балсыҡтары һәм ҡомло балсыҡ ятҡылыҡтары (Саҡмағош); нефть ятҡылыҡтары (Нур, Туҙлыҡыуыш, Саҡмағош һ.б.) бар. Климаты уртаса континенталь, бер аҙ ҡоро. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 2,5°С, ғин. уртаса т‑ра — ‑14,5°С, июлдә — 18,5°С. Абс. макс. т‑ра — 39°С, абс. миним. т‑ра — ‑45°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 450 мм, йылы осорҙа — 350 мм. Гидрографик селтәрҙе Баҙы, Кеүәш (Ағиҙел й. ҡушылдыҡтары), Ҡалмаш, Һарыш, Сәғәҙи (Сәрмәсән й. ҡушылдыҡтары) һ.б. йылғалар барлыҡҡа килтерә. Йыуылған һәм типик ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә, һоро урман тупрағы осрай. Киң япраҡлы урман таралған. Райондың 12%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора.

2018 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 138,9 мең га (дөйөм майҙандың 82,4%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 90,4, сабынлыҡтар — 7,2, көтөүлектәр — 40,6; урмандар майҙаны — 19,8, ер өҫтө һыуҙары —0,7. Район көньяҡ урман-дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [7 АХПК, ш. иҫ. “Баҙы”; 57 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йылҡысылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында ветеринария станцияһы урынлашҡан. “Башкирэнерго” ЯСЙ‑ның “Октябрьский электр селтәрҙәре” производство бүлеге, “Газпром газораспределение Уфа” асыҡ АЙ‑ның Нефтекама ҡ. урынлашҡан филиалының Саҡмағош комплекслы хеҙмәте, “Энергосбытовая компания” ЯСЙ‑ның Саҡмағош участкаһы, “Гидравлика” АЙ‑ның газ ҡорамалдары производствоһы (Саҡмағош), “Башкерамикс” ЯСЙ, 2 һөт з‑ды, автовокзал, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, МТС һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Кушнаренко—Саҡмағош—Баҡалы, Дүртөйлө—Саҡмағош—Бүздәк, Шишмә—Языков—Саҡмағош автомобиль юлдары үтә. С.р. көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда аграр‑технология колледжы филиалы, 14 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. Саҡмағош урта мәктәбе №1; балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, 12 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ, балалар ижады үҙәге; үҙәк район һәм участка дауаханалары, амбулатория, 42 фельдшер-акушерлыҡ пункты; “Саҡмағош‑арена” ябыҡ боҙ катогы, Мәҙәниәт йорто, 28 клуб учреждениеһы, 23 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. 11 халыҡ һәм 1 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Игенче”  һәм “Сарманай”  гәз. нәшер ителә.

И.В.Голубченко, С.Г.Курас

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019