Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЧЕКМАГУШНЕФТЬ”, нефть һәм газ сығарыу идаралығы.

Просмотров: 1368

“ЧЕКМАГУШНЕФТЬ, нефть һәм газ сығарыу идаралығы. Маншыр нефть ятҡылығын, Бөрө, Благовар, Дүртөйлө, Илеш, Кушнаренко һәм Саҡмағош р‑ны терр‑яһындағы Мәнәүез, Таймырҙа, Андреевка, Илеш, Саҡмағош һ.б. нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнә. Дүртөйлө ҡ. урынлашҡан. Составына нефть сығарыу һәм газ (5), ҡатламда баҫымды тотоу, нефтте әҙерләү һәм һурҙырып бушатыу, ғилми‑тикшеренеү һәм промысла эштәре һ.б. цехтары ингән. Бырауланған скважиналар фонды – 2435 берәмек. 2009 й. 1839,5 мең т нефть сығарылған. 1957 й. “Башнефть” берекмәһе составында Ҡолтүбә эреләтелгән нефть промыслаһы булараҡ ойошторола, 1960 й. алып нефть промысла идаралығы, 1970 й. башлап НГДУ, 1995 й. – “Башнефть” АНК филиалы, 2002 й. алып ЯСЙ. 2005 й. “С.” “Башнефть” АНК ААЙ‑ның “Башнефть–Өфө” филиалына инә, 2010 й. алып “Башнефть–Добыча” ЯСЙ составында. 2011 й. 165 млн т нефть сығарыла, макс. сығарыу кимәле – 6,3 млн т (1968). “С.” тәүге тапҡыр алдан һыу бушатыу ҡулайламаһы, бустер насостары ҡулланып ҡатламға һыу-газ ҡатнашмаһын ҡыуыу (был табылған эйәрсен газды үтилләштереүгә мөмкинлек бирә) уйлап табыла һәм индерелә. “С.” м‑н Ә.Ғ.Басиров, В.Б.Миңлеғолов, Ф.Х.Хәтмуллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.03.2023