Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНЬЯҠ УРАЛ ҠУРСАУЛЫҒЫ

Просмотров: 2094

КӨНЬЯҠ УРАЛ ҠУРСАУЛЫҒЫ, БР‑ҙа һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында федераль әһәмиәттәге иң ҙур ҡурсаулыҡ. 1979 й. шыршы һәм аҡ шыршы үҫкән тау‑тайга урмандарын, бейек тауҙарҙағы экосистеманы һәм һаҙлыҡтарҙы һаҡлау өсөн ойошторола. БР‑ҙың Белорет р‑ны һәм Силәбе өлк. сиктәрендә урынлашҡан. Майҙаны 252,8 мең га (БР терр‑яһында — 228,4 мең га), 88%‑ы урман м‑н ҡапланған. Ҡурсаулыҡ терр‑яһында Ямантау ята, унда һирәк осраған файҙалы үҫемлектәр популяцияһы заказнигы ойошторолған. Рельефы таулы, көнбайыш һәм көньяҡ‑көнбайышта — тәпәш таулы (Бәләғош, Бәләтәр, Юша һырттары һ.б.), үҙәк, төньяҡ, төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә — уртаса таулы (Егәлгә, Көмәрҙәк, Машаҡ, Ямантау һырттары һ.б.). Һырттарҙа ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күренә. Тауҙар араһындағы соҡорҙарҙа, тигеҙләнгән уйһыулыҡтарҙа һәм һөҙәк битләүҙәрҙә — олиго‑мезотроф, текә битләүҙәрҙә “аҫылмалы” һаҙлыҡтар осрай. Флораһында яҡынса 665 төр ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлек, ш. иҫ. мүк һымаҡтарҙың — 172, лишайниктарҙың — 169, бәшмәктәрҙең 88 төрө, иҫәпләнә. Эндемиктар (башҡорт ҡанүләне, Игошина бүтәгәһе, ирәмәл алтын тамыры, Крылов зыягөлө, пермь анемонаструмы, урал ҡамғағы, урал соссюреяһы, энәле ҡәнәфер һ.б.) һәм реликттар (аҙсәскә зыягөл, бәпкәле ҡымыҙлыҡ, имәнлек айыутабаны, Роберт яраны, себер һары умырзаяһы, хуш еҫле бөрмәкәй, һырылыусан ҡәнәфер, эре сәскәле уймаҡ сәскә һ.б.) табылған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең һәм лишайниктарҙың 63 һирәк төрө (иң бәләкәй харациопцис, ҡарлы флавоцетрария, лапланд уснеяһы, ябай гетеропедия, ялтыр һаҙ мүге һ.б.) индерелгән, шуларҙың 19‑ы (Гельм минуарцияһы, ҡалпаҡлы неоттианта, ҡыҙыл ойошһеркә, Лаурер тукнерарияһы, мәрйен һымаҡ гериций, шәмәхә селтәрбәшмәк, ысын кәкүк ситеге һ.б.) РФ‑тың Ҡыҙыл китабына ингән. Фаунаһында яҡынса 275 төр умыртҡалылар, ш. иҫ. балыҡтарҙың — 18, ер‑һыу хайуандарының — 5, һөйрәлеүселәрҙең — 5, ҡоштарҙың — 179, имеҙеүселәрҙең 48 төрө һ.б., иҫәпләнә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына хайуандарҙың 23 һирәк төрө индерелгән, шуларҙың 18‑е (диңгеҙ бөркөтө, европа бәрҙеһе, ҡара ҡауҙы, ҡыҙыл балыҡ һ.б.) РФ‑тың Ҡыҙыл китабына ингән. Ҡурсаулыҡтың флораһын П.Л.Горчаковский, М.И.Котов өйрәнә башлай, Э.З.Байышева, Ю.П.Горичев, Ф.М.Ғабдрафиҡов, Р.Р.Кәбиров, В.Б.Мартыненко, А.Ә.Мулдашев һ.б. дауам итә; К.У.ҡ. фаунаһы В.Н.Алексеев, Р.Ғ.Байтирәков, И.В.Дюжаева, Б.Н.Кашеваров, В.П.Назаров, В.О.Никитин һ.б. тарафынан өйрәнелә; геол. төҙөлөшө үҙенсәлектәрен, рельефын һәм ландшафтарын Л.И.Семихатова, В.В.Хоментовский һ.б. тикшерә.

Әҙәб.: Флора и растительность Южно‑Уральского государственного природного заповедника. Уфа. 2008.

Э.П.Позднякова

Тәрж. А.Н.Күсеев


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.12.2022