ЧЕКРАНОВ Юрий Андреевич
ЧЕКРАНОВ Юрий Андреевич (31.10.1943, Өфө ҡ. — 16.12.2021, шунда уҡ), спортсы. Мотоспорт буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1968). П.Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған (1975). Төҙөлөш тресы №3 спорт мотоклубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.М.Әхмәҙиев). Спидвей буйынса шәхси ярыштарҙа РСФСР чемпионы (1963), команда ярыштарында СССР чемпионы (1964, 1967—69), донъя (1964, 1966) һәм СССР (1963) чемпионаттарының көмөш призёры, СССР кубогының бронза призёры (1969); боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса шәхси ярыштарҙа СССР (1966) һәм РСФСР (1968, 1973) чемпионы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1963—69). “Башҡортостан” командаһының өлкән тренеры (1978—80).
Н.А.Ермоленко
Тәрж. М.Н.Моратшина