Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНЬЯҠ УРАЛ БОКСИТЛЫ БАССЕЙНЫ

Просмотров: 1194

КӨНЬЯҠ УРАЛ БОКСИТЛЫ БАССЕЙНЫ, Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә, Силәбе өлк. һәм өлөшләтә БР‑ҙың Салауат р‑ны сиктәрендә урынлашҡан. Бөтәһе 40‑ҡа яҡын боксит ятҡылығы һәм сығанағы билдәле. 1934 й. асыла, 1938 й. А.П.Тяжёва, Н.Д.Сухарев һ.б. тарафынан өйрәнелә. Боксит сығарыу 1937—2003 йй. бара. Төньяҡ‑көнсығышҡа табан 80 км һуҙылған. Геол. төҙөлөшө Көнбайыш Урал тышҡы йыйырсыҡлы зонаһының тәңкәле Әй моноклиналенең өҫкә ырғытылған‑ҡаплап шыуҙырылған структураһы м‑н билдәләнә. Аҫтан фамен ярусы самсон свитаһының рифоген эзбизташтары м‑н түшәлгән бокситтар орлов свитаһы терриген ултырмаларының аҫҡы өлөшөндә ята. Күрше ҡалҡыуҙарҙағы ҡыҙыл тупраҡлы ашалыу ҡатлауы продукттарының емерелеүе һәм аҫҡа төшөп яңынан ҡатламлашыуы арҡаһында боронғо рельефтың эрозиялы‑карслы депрессияларында эзбизташтар өҫтөндә мәғдәнде туплау бара. Бокситтар трансгрессив диңгеҙ серияһы ҡатламдары (фамен ярусы) м‑н ҡапланған. Трансгрессия ҡыҙыл бокситтарҙың шамозитланған һәм пиритланған һоро бокситтарға, аллиттарға һәм сиаллиттарға алмашыныуына сәбәпсе була. Шундай уҡ фациаль үҙгәреш боксит ятыштарының үҙәгенән периферияһына табан күҙәтелә. Эшкәртеүгә яраҡлы булып сифатлы (аҙ көкөртлө, ҡыҙыл‑көрән һәм һоро‑көрән) бокситтарҙан торған мәғдән ятыштарының өлөштәре һанала. Трансгрессив диңгеҙ ултырма тоҡомдары ҡаплау һөҙөмтәһендә боксит ятыштарының өҫкө һәм периферия өлөшөн кислородһыҙ шарттарҙа матди эшкәртеү уларҙың пиритлашыуына, углеродлашыуына, кальцитлашыуына, кремнийлашыуына һәм зарарлы ҡушылдыҡтарының (көкөрт, кремнезём, кальций) артыуына килтерә. Мәғдән есемендәге бокситтар ГБ I, ГБ II, ГБ III маркаларына, текстура‑структура үҙенсәлектәре б‑са йәшмәгә оҡшаш, борсаҡ, борсаҡ‑ватыҡ төрҙәргә, төрлө дәрәжәлә кристаллылығын юғалтҡандарға ҡарай. Ирекле глинозём минералдары — төрлө нисбәттәге бёмит һәм диаспор. Эйәрсән минералдар — гётит, гематит, магнетит, ильменит, кальцит, пирит, каолинит, шамозит. Яңы Пристань төркөмө ятҡылыҡтары (Блинокаменка, Ҡорғаҙаҡ, Олоер) сәнәғәттә мөһим урынды алып тора. Һөҙәк ятышлы мәғдән ҡатламдары (уртаса ҡалынлыҡтары 1,3—1,5 м) йыртыҡ боҙоҡлоҡтар м‑н ҡатмарланған. Бокситтарҙа төп компоненттарҙың күләме (ауырлығы б‑са %): глинозём 48—53, кремнезём 4—13, тимер оксиды 16—23, титан оксиды 2,0—2,3, кальций оксиды 1,3—3,5. Файҙалы ҡушылдыҡтары — галлий, скандий, литий. Бокситтарҙың сифаты б‑са кондициялар ТУ 48‑5‑112‑88 техник шарттары м‑н билдәләнә — глинозёмдың миним. күләме 44%, кремнезёмдың макс. күләме 15%, көкөрттөкө — 1,1%, углерод оксидыныҡы — 4%. Бокситтарҙың ятыш тәрәнлеге 500 м тиклем. Башлыса ер аҫты ысулы, камера‑бағана эшкәртеү системаһы м‑н сығарылған. Үҙләштереүҙең тау‑геол. шарттары ҡатмарлы (юғары һыулылыҡ, “тау һуғыуы”, ҙур тәрәнлек, мәғдән есемдәренең йоҡалығы).

В.Н.Никонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: