Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНЬЯҠ УРАЛ ҺОРО КҮМЕР БАССЕЙНЫ

Просмотров: 1272

КӨНЬЯҠ УРАЛ ҺОРО КҮМЕР БАССЕЙНЫ, Урал алды бөгөлөндә, БР һәм өлөшләтә Ырымбур өлк. сиктәрендә урынлашҡан. Бөтәһе 50‑нән ашыу һоро күмер ятҡылығы билдәле. Г.В.Вахрушев (1952), А.С.Хоментовский (1950), В.Л.Яхимович, О.С.Адрианова (1959) һ.б. тарафынан өйрәнелгән. К.У.һ.к.б. күмер туплау иртә миоценда (төйлөгән свитаһы) башлана, иртә миоцендың уртаһында (көйөргәҙе свитаһы) максимумға етә, иртә миоцендың аҙағында (ворошилов свитаһы) дауам итә һәм уртаса һуң миоценда (ушҡатлы свитаһы) туҡтай. Сәнәғәткә яраҡһыҙ күмер сығанаҡтары ш. уҡ плиоцен ултырмаларында билдәле. Күмерле ултырма тоҡомдар карсҡа дусар булған тоҙ көмбәҙҙәре өҫтөндә урынлашҡан боронғо күл уйпатлыҡтары сиктәрендә һаҡланған. Артабанғы тектоник хәрәкәттәр һәм көңгөр ярусының галоген ҡатламдарының диапиризмы күмер ятыштарының формаһын үҙгәртә. Күмер барлыҡҡа килеү төрө лимник; тәүге үҫемлек ҡалдыҡтарын туплауҙа төп өлөшөн үҫемлектәрҙең ағас төркөмө тәшкил иткән урман (уйпат) ярым тибы өҫтөнлөк иткән. Күмер туплаусылар шыршы, ҡарағай, тал, ерек, тирәк, сәтләүек ағасы, роза һымаҡтар (тубылғы, энәлек, әлморон һ.б.) булыуы ихтимал. К.У.һ.к.б. сиктәрендә төрлө типтағы күмер сығанаҡтары һәм һоро күмер ятҡылыҡтары булған субкиңлектәге зоналар айырыла: Әшә‑Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ‑Мәләүез һәм Һаҡмар‑Ағиҙел. Һаҡмар‑Ағиҙел зонаһы төп сәнәғәт зонаһы булып һанала. Күмер ятыштарының ҡалынлығы 30—70 м, урыны м‑н 98—105 м. Күмерҙең көлө 19—30%, дымлылығы 49—55%, көкөрт миҡдары 0,3—5,1%, иң түбәнге яныу йылылығы 1900—2300 ккал/кг. БР терр‑яһында К.У.һ.к.б. күмер ятҡылыҡтарының тулайым запастары — 253 млн т, Ырымбур өлк. — 735 млн т (2003). Иң ҙур Хабаровск һәм Төйлөгән ятҡылыҡтарында ҡалған запастары 333 һәм 162 млн т тәшкил итә. Бабай, Ворошиловка, Керәүле, Көйөргәҙе, Маяҡ һ.б. ятҡылыҡтарҙың һәр береһендә унар млн т күмер иҫәпләнә, бер нисә ваҡ ятҡылыҡта — 2—10 млн т. 2000 й. тиклем К.У.һ.к.б. ятҡылыҡтарын асыҡ ысул м‑н “Башкируголь” ААЙ, 2000 й. алып Төйлөгән ятҡылығын “Оренбургуголь” ААЙ үҙләштерә. “Уралзолоторазведка” Урал комплекслы геол. разведка экспедицияһы ДУП‑ы (Өфө) тикшеренеүҙәре б‑са Күмертау брикет ф‑каһының һоро күмер шламдарында германий миҡдары — 140 г/т, саф ағалтын һәм палладий — 0,9 г/т тиклем, күмерҙең көлөндә саф ағалтын миҡдары — 2,2 г/т тиклем һәм палладий 2,0 г/т тиклем булыуы асыҡлана (2001). “Минудобрения” ААЙ (Мәләүез ҡ., 2001) фәнни‑ғәмәлгә индереү төркөмөнөң тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә һоро күмер шламдарының комплекслы органоминераль ашламалар алыу өсөн яраҡлы булыуы раҫлана. Тәж.‑сәнәғәт масштабында һоро күмер шламдарынан минераль ашламаларҙың органик компоненты һаналған гумин к‑таһы һәм аммоний гуматтарын етештереү технологияһы эшләнгән. К.У.һ.к.б. ятҡылыҡтарының һыйҙырышлы тоҡомдары составында кварц ҡомо һәм каолин балсығы бар.

Әҙәб.: Яхимович В.Л., Адрианова О.С. Южноуральский буроугольный бассейн. Т.1. Ч.3. Кайнозой Башкирского Предуралья. Уфа, 1959.

Г.Ә.Данукалова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: