КӨНЬЯҠ УРАЛ МЕТАЛЛУРГИЯ ЙӘМҒИӘТЕ
КӨНЬЯҠ УРАЛ МЕТАЛЛУРГИЯ ЙӘМҒИӘТЕ, 1898 й. кенәз К.Э.Белосельский-Белозерский (ҡара: Белосельский-Белозерскийҙар), Бельгия эшҡыуарҙары Э.Диньефу, В.Пирло, Л.П.Пирло, Петербург иҫәп һәм ссуда банкыһы һ.б. тарафынан аноним металлургия йәмғиәте булараҡ ойошторола. Идараһы Льеж ҡ. (Бельгия), баш вәкиллеге С.‑Петербургта урынлашҡан. Төп капиталы 6 млн франк (алтын м‑н 1,5 млн), 1912 й. 6,9 млн франк (2,6 млн һум) иҫәпләнә. Белосельский- Белозерский йәмғиәткә Йүрүҙән-Ивановка заводын һәм 40 мең дисәтинә ерен (Йүрүҙән тау округы), 1900 й. Ҡытау-Ивановка заводын, Ҡытаутамаҡ заводын һәм 200 мең дисәтинә ерен (Ҡытау тау округы) ҡуртымға бирә. 1903 й. Белосельский-Белозерский килешеүҙе өҙә. Ҡытаутамаҡ з‑ды һәм 40 мең дисәтинә ер йәмғиәт ҡарамағына күсә. 1918 й. ябыла.
Әҙәб.: Буранов Ю.А. Акционирование горнозаводской промышленности Урала (1861—1917 гг.). М., 1982.
З.И.Гудкова
Тәрж. М.Х.Хужин