Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘҒӘФӘРОВ Сабит Фәтих улы

Просмотров: 1305

ЙӘҒӘФӘРОВ Сабит Фәтих улы (1.1.1935, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Байғужа а. — 16.6.1981, Түб. Варта ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1968), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1971). 1958 й. алып “Башвостокнефтеразведка” тресының (Стәрлетамаҡ ҡ.) Бөрө геол. эҙләнеү контораһы, 1964 й. — “Нижневартовскнефтегаз” ПБ‑ның 2‑се Түб. Варта быраулау эштәре идаралығы быраулаусыһы. Й. ҡатнашлығында бригада тарафынан нефть ятҡылыҡтарының Самотлор һәм Шаим төркөмдәре үҙләштерелгән, скважиналарҙы быраулауҙа яңы техника һәм технологиялар (ш. иҫ. юғары моментлы турбобурҙар, гидромоторлы бырауҙар, тармаҡлы ауыш быраулау) индерелгән, 8‑се биш йыллыҡ планды үтәүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшелгән. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1971, 1975).

И.Ғ.Кәримова, Я.М.Шәмсетдинов

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019