Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНЬЯҠ ҮЛӘНДЕ, күл

Просмотров: 964

КӨНЬЯҠ ҮЛӘНДЕ, Урал й. басс. күл. Әбйәлил р‑ны Покровка а. көньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 2,3 км2, оҙонлоғо 2,3 км, уртаса киңлеге 1,0 км, уртаса тәрәнлеге 1,7 м (макс. — 2,3 м), һыу күләме 6,4 млн м3. Тектоник күл, өҫкө девон—аҫҡы карбон тоҡомдарында (аргиллит, алевролит, ҡом, эзбизташ) барлыҡҡа килгән, соҡоро табаҡ һымаҡ. Тымыҡ, һыу кимәленә ҙур тирбәлеш амплитудаһы хас. Туйыныуы ҡатнаш. Һыуы тоҙло. Күл эвтрофлы. Ярҙары һөҙәк. Ландшафтары һоро урман тупрағындағы ҡайын урмандарынан, болон‑ҡара тупраҡтағы болон далаларынан тора. Ҡырҡбашаҡ мамыҡбаш күрән, таръяпраҡ екән, теҙмәяпраҡ һыу үләне, ябай ҡамыш үҫә. Карп, пелядь, табан балыҡ, аҡсарлаҡ, көйөлдө һ.б. йәшәй. Ҡоролоҡ булған йылдарҙа һаҙға әйләнә.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019