СИЛӘБЕ ҠӘЛҒӘҺЕ
СИЛӘБЕ ҠӘЛҒӘҺЕ, С и л ә б е, 1736 й. Мейәс й. уң ярында Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә хәрби нығытма итеп нигеҙ һалына. Ырымбур экспедицияһы (1734—44) ваҡытында Ҡара‑Табын улусы башҡорттарының үтенесе һәм уларҙың ҡатнашлығы м‑н Урта йөҙ ҡаҙаҡтарының барымталарынан һаҡланыр өсөн төҙөлә. С.ҡ. төҙөлөшөнә дөйөм рәүештә И.К.Кирилов м‑н В.Н.Татищев етәкселек итә; 1736 й. 2 сент. ҡәлғәгә нигеҙ һалыуҙа А.И.Тәвкилев, Себер даруғаһының башҡ. бейҙәре һәм тархандары Таймаҫ Шәимов, Көҫәмеш, Ҡотоҡай, Уразай ҡатнаша. 1743 й. алып Исәт провинцияһының адм. үҙәге. Башҡорттарҙың Силәбе торамаһы исеме м‑н аталған. 1739 й. С.ҡ. ялланып эшләгән хеҙмәтле кешеләр килеп ултырған. 1740—42 йй. — 388, 1771 й. 4775 кеше йәшәгән. Ҡәлғәне гарнизон һаҡлаған, ихтыяж тыуғанда казак һәм башҡорттарҙан торған иррегуляр ғәскәрҙәр йәлеп ителгән. 1768 й. — 562, 1771 й. 680 йорт иҫәпләнгән. Башҡорт ихтилалдары (1735—40) осоронда хөкүмәт ғәскәрҙәре тупланған урын була, 1738 й. апр.—майында баш күтәреүселәр тарафынан һөжүм ителә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773— 75) ваҡытында И.Н.Грязнов етәкс. баш күтәреүселәр отряды тарафынан ҡамала, бер нисә тапҡыр штурмлана. 1774 й. 8 февр. — апр. башында баш күтәреүселәр хәрәкәте үҙәктәренең береһе була. 9 апр. ҡәлғәне секунд‑майор Д.О.Гагрин етәкс. ғәскәрҙәр баҫып ала. Өфө наместниклығын ойоштороу т‑дағы 1781 й. указға ярашлы, С.ҡ. өйәҙ ҡалаһы (ҡара: Силәбе) статусы ала һәм Силәбе өйәҙенең үҙәгенә әүерелә.
Р.Ғ.Буканова
Тәрж. М.Х.Хужин