Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ

Просмотров: 2083

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көньяҡ Уралда һәм Урал аръяғында урынлашҡан. БР, Ҡаҙағстан, Ҡурған өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Ырымбур өлкәһе м‑н сиктәш. Үҙәге — Силәбе ҡалаһы. 1934 й. 17 ғин. Урал өлкәһе составынан алынып, БАССР‑ҙың Арғаяш районын һәм Ҡоншаҡ районын (ҡара: Арғаяш башҡорт милли округы) ҡушыу иҫәбенә ойошторола; 1943 й. С.ө. составынан Ҡурған өлк. айырылып сыға. 24 район, 30 ҡала, 13 ҡала тибындағы ҡасабаны үҙ эсенә ала. Урал федераль округына ҡарай. Майҙаны — 87,9 мең км2. Халҡы — 3,5 млн кеше, ш. иҫ. 162,5 мең башҡорт (2010). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 39 кеше/км2. Халыҡтың тәбиғи кәмеүе — 34,7 мең кеше. Урбанизация — 82%; ҙур ҡалалары — Силәбе, Магнитогорск, Златоуст, Озёрск, Мейәс, Троицк, Копейск, Снежинск. Иҡт. әүҙем кешеләр иҫәбе — 2,5 млн кеше. Милли составы (%): урыҫтар — 83,8, татарҙар — 5,4, башҡорттар — 4,8, украиндар — 1,5 һ.б. Халыҡтың миграция иҫәбенә артыуы — 2,3 мең кеше. С.ө. башҡорттары Урал аръяғы башҡорттарына ҡарай, Кесе Ҡаҙаҡбай, Кесе Ултыраҡ, Оло Иркәбай, Оло Усман, Ялтыр (бөтәһе — 99), Кесе Ҡаҙакбай, Ләүәш, Нөркә (бөтәһе — 100) һ.б. торама пункттарҙа тупланып йәшәй (2002 й., %‑тарҙа). БР һәм С.ө. араһында — Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (1997), Хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (1998), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм С.ө. Хөкүмәте араһында Сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (2003), БР Хөкүмәте һәм “Магнитогорск металлургия комбинаты” ААЙ араһында килешеүгә (2006), БР Архив эштәре б‑са дәүләт ком‑ты һәм С.ө. хакимиәтенең Архив эштәре б‑са ком‑ты араһында, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм С.ө. Һаулыҡ һаҡлау бүлеге араһында хеҙмәттәшлек т‑да килешеүҙәргә (икеһе лә — 1997), Өфө һәм Силәбе хакимиәттәре араһында Хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (1999) һ.б. ҡул ҡуйылған. 1991 й. алып БР һәм С.ө. РФ субъекттарының “Оло Урал” иҡт. хеҙмәттәшлек төбәк‑ара ассоциацияһына инә. 1997 й. башлап Силәбелә БР‑ҙың Даими вәкиллеге эшләй, 2004—08 йй. Магнитогорскиҙа Даими вәкиллек бурыстарын “Башҡорт Сауҙа Йорто” ЯСЙ атҡара. С.ө. делегаттары 1—4‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] эшендә ҡатнаша. Силәбе органик быяла з‑дында буялған органик быяла алыу өсөн Органик химия институтында эшләнгән технологиялар индерелгән; Силәбе цинк з‑дында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының цинк концентраттары эшкәртелә һ.б. БР һәм С.ө. иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре (Магнитогорск, 2001), Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына арнап, “Силәбе өлкәһендә Өлкә Һабантуйы” халыҡ байрамы уҙғарыла (Арғаяш р‑ны, 2007); башҡ. әҙәбиәте һәм сәнғәте декадалары һәм көндәре, ҡоролтайҙары (1993 й. алып), йыл һайын өлкә һәм ҡала һабантуйҙары үткәрелә. С.ө. Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, “Башҡорт халыҡ үҙәге” Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы (1991 й. алып), “Башҡорт йәштәре иттифағы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы (2006 й. алып; икеһе лә Силәбелә) эшләй. С.ө. Башҡорт драма театры, Башҡорт филармонияһы, Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Ҡурсаҡ театры, Салауат башҡорт драма театры, Сибай башҡорт драма театры, “Сулпан” театры һ.б. гастролдәре үткән; рәссамдар Б.Ф.Домашников, С.Б.Краснов, Ә.Ф.Лотфуллин, А.Н.Романов, Й.Ә.Сөләймәновтың Һары бейә” һынлы сәнғәт төркөмө ағзаларының һ.б. эштәре күрһәтелгән. Арғаяш һәм Ҡоншаҡ р‑ндары мәктәптәрендә башҡорт теле мотлаҡ предмет булараҡ өйрәнелә; Силәбе ун‑тында башҡ. теле уҡытыусылары әҙерләнә, башҡорттар тупланып йәшәгән райондарҙа “Башҡорт юлдаш телевидениеһы” тапшырыуҙары күрһәтелә, С.ө. торама пункттары китапханалары башҡ. телендәге дәреслектәр, уҡыу әсбаптары м‑н тәьмин ителә. С.ө. уҡыусылары һәм абитуриенттары БР‑ҙағы гимназия, мәктәп‑интернат, колледждарға һәм юғары уҡыу йорттарына маҡсатлы ҡабул ителә. “Арғужа” (Арғаяш, 1998 й. алып), “Мираҫ”, “Уралым” гәз. нәшер ителә. С.ө. тыуып үҫкән шәхестәр — Н.В.Бикбулатов, Д.Ж.Вәлиев, Х.Ш.Заимов, З.Ә.Ихсанов, К.К.Кинйәбулатова, Р.Ф.Көсөков, Х.Ҡ.Ҡушаев, Д.Н.Лазарева, В.М.Перчаткин, О.А.Пономарёв, Х.Ш.Самохужин, Ҡ.Р. Тимерғәзин һ.б. — эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.08.2022
Связанные темы рубрикатора: