Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕМЕРИС Алексей Викторович

Просмотров: 1267

ЧЕМЕРИС Алексей Викторович (3.2.1957, Өфө ҡ.), биохимик, молекуляр биолог. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2001). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Биохимия һәм генетика институтында эшләй: 1988 й. алып өлкән ғилми, 1990 й. — төп ғилми хеҙмәткәр, 1994 й. — директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1995 й. башлап лаборатория мөдире, 2017 й. — баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлек гендарының һәм геномдарының структур һәм функциональ ойошторолошон, симбиотик азотфиксацияның молекуляр механизмдарын өйрәнеүгә, CRISPR/Cas ген редакторлауына арналған. Ч. тарафынан махсус төҙөлгән фагмид векторҙа ДНК‑ны секвенирлаштырыуҙың тетра/окта стратегияһы; нуклеин кислоталарын амплификациялауҙың яңы сылбырлы (рекуррент) реакцияһы; маҡсатлы продукттарҙы һәм бер нуклеотидлы алыштырыуҙы детекциялауҙың (ш. иҫ. олигонуклеотид наноструктураларҙың үҙ аллы йыйылыуын тәьмин иткән гибридлаштырыусы сылбырлы реакцияларҙы индереп) һиҙгерлеге юғары булған ысулдары, уникаль генетик штрих‑кодтар биреп микроорганизмдар штамдарын, ауыл хужалығы үҫемлектәренең сорттарын паспортлаштырыу ысулдары эшләнә, шәхесте ДНК буйынса идентификациялауҙың яңы берҙәм принцибы тәҡдим ителә, донъяла тәүге тапҡыр транспластом “ялбыр” тамырҙар (transplastomic hairy roots) һ.б. алына. Ч. етәкселегендә фармацевтикала һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә ҡулланылған бактериаль α-һәм β-үҙенсәлекле циклодекстринглюканотрансферазаларҙың гендары; ҡәнәфер һәм георгин каулимовирустарының тулы геномлы промоторҙары клонлаштырыла һәм секвенирлаштырыла. Үҫемлектәрҙең ген инженерияһы өлкәһендәге мәктәпкә нигеҙ һалыусы.

  Х е ҙ м.: Секвенирование ДНК. М., 1999 (авторҙ.).

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.01.2023