Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛБАРИСОВ Эрнст Мирсаяф улы

Просмотров: 1588

ЮЛБАРИСОВ Эрнст Мирсаяф улы (22.1.1939, БАССР‑ҙың Архангел районы Муллаҡай а.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1976), техник фәндәр докторы (1995). БР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1995), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1997), РФ‑тың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (2009), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) “Туймазанефть” нефть промыслалары идаралығының геологы. 1965 й. алып (өҙөклөк менән) “Башнефть” ПБ‑нда: 1966 й. тиклем өлкән геолог, өлкән инженер, 1970 й. башлап разведкалау һәм үҙләштереү бүлегендәге төркөм етәксеһе, 1971 й. — Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лабораторияһының бүлек начальнигы, 1974—78 йй. нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү бүлегенең өлкән геологы. 1980 й. алып (өҙөклөк менән) “БашНИПИнефть” институтында: микробиология, нефть биреүсәнлекте күтәреүҙең микробиологик ысулдарын тикшереү секторҙары, гидрогеологик тикшеренеүҙәр лабораторияһы, 1997 й. башлап ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген күтәреү бүлегендәге лаборатория, 2000 й. — ҡатлам һәм ҡатлам флюидтарының коллектор үҙенсәлектәре буйынса ғилми‑тикшеренеү бүлеге мөдире. 1986 й. алып “Союзнефтеотдача” ҒПБ‑нда ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу биогеотехнологияһы бүлеге мөдире; 1992 й. — БР‑ҙың Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең 1‑се урынбаҫары. 1998 й. башлап (өҙөклөк менән) “КогалымНИПИнефть” ЯСЙ‑нда: геохимия, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген күтәреү биогеотехнологияһы бүлектәре начальнигы, 2003—08 йй. Өфө комплекслы фәнни бүлегенең баш ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 2004—10 йй. “Ингеохолдинг” ЯАЙ‑ның (Өфө ҡ.) генераль директоры урынбаҫары, советнигы һәм 2002—07 йй. ӨДНТУ‑ла уҡыта, 2010 й. алып “Нефтегазмашсервис” ЯСЙ‑ның (Өфө ҡ.) генераль директоры урынбаҫары. 1978—80 йй. Анголала эшләй. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть геологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. БР‑ҙа, Удмурт Республикаһында һәм Көнбайыш Себерҙә (Самотлор, Дружный һ.б. ятҡылыҡтар) файҙаланылған нефть ятҡылыҡтарын һуңғы стадияла үҙләштереү өсөн ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙа микробиологик ысулдарҙы теоретик нигеҙләү һәм индереү буйынса фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы.

  Хеҙм.: Геологические основы микробиологического метода повышения нефтеотдачи пласта с высоковязкой нефтью (на примере Арланского месторождения). Уфа, 2002; Русско-башкирский словарь геологических терминов. Уфа, 2019; Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер: Һуғыш балалары тураһында хроникаль-документаль очерк. Өфө, 2021.

Д.М.Шәйех‑Әли

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные темы рубрикатора: