Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРА УПҠЫН

Просмотров: 982

ҠАРА УПҠЫН, йыһан есеме. Ҡояш ауырлығынан 2,5 тапҡырға ҙурыраҡ массалы йондоҙҙар эволюцияһының аҙаҡҡы стадияларында гравитация коллапсы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 20 б. башында Ҡ.у. барлығы немец астрофизигы К.Шварцшильд тарафынан дөйөм сағыштырмалылыҡ теорияһы нигеҙендә алдан әйтелә; уның иҫәпләүҙәре буйынса, ауырлығы яҡынса 10 Ҡояш ауырлығына тигеҙ булған йондоҙ диаметры 30 км тиклем ҡыҫылғанда Ҡ.у. әүерелә. Ҡ.у. бик ҙур гравитацион тартыу көсөнә эйә, шуға күрә теләһә ниндәй есем, яҡтылыҡ нурланышы унан айырылып китә алмай. Ҡ.у. күҙгә күренмәй, уның барлығы тураһында ситләтелгән билдәләр буйынса ғына белергә мөмкин: уны Ҡ.у. һәм гигант йондоҙҙан торған ҡуш йондоҙ системаларында рентген нурҙары таратҡан эҫе газдың бик тиҙ өйөрөлөүсе аккреция дискы булыуына ҡарап билдәләйҙәр. Галактикаларҙың үҙәгендә урынлашҡан, тип фараз ителә. 1994 й. “Хаббл” йыһан телескобы ярҙамында М87 галактикаһы үҙәгендә Ҡояш ауырлығынан 2 млрд ашыуыраҡ массалы Ҡ.у. барлығы иҫбатлана. Теоретик һәм күҙәтеүҙәр аша тикшеренеүҙәргә А.Ә.Ғәлиев, Р.Ә.Сөнәев ҙур өлөш индерә.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: