Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘРЙЕНГҮҘ

Просмотров: 897

МӘРЙЕНГҮҘ (Aythya nyroca), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала, Алғы Азияла һәм Ҡаҙағстанда таралған. Күсмә ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 38—42 см, ауырлығы 400—700 г, ҡанатының ҡоласы 63—67 см. Ҡауырһын ҡапламы көрән, башында, муйынында, күкрәгендә шәмәхә ялтырауығы бар. Арҡаһы һәм ҡойроҡ өҫтө ҡарағусҡыл көрән төҫтә, муйынының артҡы өлөшө ҡара, эйәге, ҡорһағы, ҡойроҡ аҫты һәм ҡанаттарындағы көҙгөһө аҡ. Суҡышы ҡара төҫтә, тәпәйҙәре һоро. Енси диморфизм хас: инә ҡоштар асығыраҡ төҫтә, күҙҙәре ҡыҙғылт көрән. Полигам. Ояһын касаға оҡшатып, үҫемлектән эшләп, мамыҡ түшәй, яр буйында, ҡамыш араһында, түңгәктәрҙә ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 6— 15 асыҡ көрән йәки көрәнһыу‑һарғылт йәшел төҫтәге йомортҡа һала. Инә ҡош 24—28 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Һыу үҫемлектәре, умыртҡаһыҙҙар м‑н туҡлана. Үҫемлектәр донъяһына бай булған һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Һирәкләп Шүлгәнташ ҡурсаулығы, Башҡортостан милли паркы, Өргөн күле терр‑яһында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына ингән. 

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019