Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕРНИГОВ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ

Просмотров: 1746

ЧЕРНИГОВ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ, СССР Дәүләт оборона ком-ты ҡарары м-н 1942 й. ғин.—мартында Дим т. юл станцияһында (хәҙ. Өфө эсендә) Авдон, Яңы Жуков, Иҫке Жуков һәм Таптыков аа. (бөтәһе лә — Өфө р-ны) 112-се Башҡорт кавалерия див. булараҡ ойошторола, 1943 й. февр. алып 16-сы Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһы. Дивизия составына 275-се, 294-се, 313-сө (1943 й. февр. алып ярашлы рәүештә 58-се, 60-сы һәм 62-се гвардия) кавалерия, 32-се танк (1944 й. майынан) полктары, 101-се атлы-артиллерия дивизионы, 112-се айырым зенит батареяһы, 112-се айырым химиянан һаҡланыу взводы, 80-се айырым мед.-санитария эскадроны, 84-се ылау эскадроны, 83-сө айырым элемтә ярым эскадроны, 379-сы ветеринария лазареты, 13-сө комендант взводы, 14-се махсус бүлек взводы инә; айырым ғәскәр частары див. составында ваҡытлыса була. Дивизия Көньяҡ Урал хәрби округы ғәскәрҙәре, май айынан Брянск фронтының 3-сө армияһы 8-се кавалерия корпусы (1943 й. февр. алып 7-се гвардия), окт. башлап Көньяҡ-Көнбайыш, Ялан, Үҙәк, Белоруссия фронт­тарының 5-се танк армияһы, 1944 й. мартынан 2-се Белоруссия, авг. алып 1-се Белоруссия фронттарының 69-сы армияһы составына ингән. Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1942 й. Воронеж-Ворошиловград, Сталинград (һөжүм), Урта Дон, 1943 й. — Гомель-Речица, 1944 й. — Калинковичи-Мозырь, Люблин-Брест, 1945 й. — Висла-Одер, Көнсығыш Померания һәм Берлин операцияларында ҡатнаша. 1945 й. июненән Брест, Нахичевань ҡҡ. урынлаша. Окт. 31-се механизацияланған див. үҙгәртелә. “Чернигов” маҡтаулы исеменә лайыҡ була (1943). Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 2-се дәрәжә Суворов (1944), 2-се дәрәжә Кутузов (1945) орд. м-н бүләкләнгән. Ч.к.д. 78 яугиры, ш. иҫ. Г.А.Белов, С.Ғ.Биктимеров, Х.С. Булатов, А.Ғ.Ғиззәтуллин, Ф.Ғ. Ғәбдрәшитов, Ш.Й.Ғәтиәтуллин, Б.Р. Дәүләтов, Ә.Ғ.Дәүләтов, Т.Т. Күсемов, М.Ғ.Ҡужаҡов, А.Ф. Никифоров, Т.Ғ.Халиҡов, Ҡ.Ҡ. Хәйбуллин, Ә.С.Хәйҙәров, С.Х.Хәсәнов, Ғ.А.Әхмәров, Ҡ.Х.Әхмәтшин, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған; 5-әүһе Дан орд. 3 дәрәжәһе, 3860 яугир орд. һәм миҙалдар м-н бүләкләнгән.

Дивизия ком.: М.М. Шайморатов (1941 й. дек. алып), ген.-майор Белов (1943 й. февр. — 1945 й. майы). Өфө, Туймазы ҡҡ., Кушнаренко а. (Кушнаренко р-ны) дивизияның музейҙары асылған. Өфөлә див. штабы урынлашҡан бинаға мемориаль таҡтаташ, Петровское, Чернигов ҡҡ., Чернухино т. юл станцияһында (бөтәһе лә — Украина) һәйкәлдәр ҡуйылған. Петровское ҡ. Башҡорт атлылары скверы асылған.

Әҙәб.: Ахмадиев Т.Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999; Бикмеев М.А. Легендарная 16-я (112-я) гвардейская Башкирская кавалерийская дивизия. Уфа, 2005.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.02.2023
Связанные статьи: