Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРА КӨРТМӘЛЕ

Просмотров: 1316

ҠАРА КӨРТМӘЛЕ (Vaccinium myrtillus), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Европала, Төньяҡ һәм Көнсығыш Азияла, Төньяҡ Америкала таралған. Оҙон, ныҡ тармаҡлы йәйелеүсән тамырһабаҡлы япраҡ ҡойоусан ҡыуаҡ. Һабағы осло ҡытыршы йәшел тармаҡлы, бейеклеге 15—40 см. Япрағы ҡыҫҡа һаплы, йомортҡа йәки эллипс формаһында, һирәк төктәр м‑н ҡапланған, ситтәре бысҡы теше рәүешендә. Сәскәһе яңғыҙар, һалынҡы, йәшкелт ал төҫтә, көршәк‑шар формаһында, тажы 4— 5 тешле бөгөл м‑н. Май—июндә сәскә ата. Емеше — буҙ ҡуныҡлы ҡара‑күк төҫтәге еләк, июнь—авг. өлгөрә. Ылыҫлы, киң япраҡлы‑ылыҫлы урмандарҙа, тау тундраһында, яланғас бүлкәттәрҙең тәпәш үләнле болондарында, һирәгерәк һаҙлыҡтарҙа, ҡырҡындыларҙа һәм икенсел сауҡалыҡтарҙа үҫә. Башҡортостан Урал алдының төньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. Дуплау, буяу, баллы һәм дарыу үҫемлектәре. Составында антоциандар, C, B1, B2, PP витаминдары, дуплаусы матдәләр, органик к‑талар, шәкәрҙәр, флавоноидтар һ.б. булған еләктәрен аҙыҡ итеп ҡулланалар. Япраҡтары — ҡуяндар, боландар, ҡор һымаҡтар, еләктәре ҡоштар һәм имеҙеүселәр өсөн аҙыҡ булып тора.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: