ЧЕРНОВ Николай Фёдорович
1013
ЧЕРНОВ Николай Фёдорович (17.12. 1927, БАССР-ҙың Өфө кантоны Вознесенский а. — 16.8.2007, Өфө), спортсы. Мотоспорт б-са СССР-ҙың спорт мастеры (1957). “Башавтомотоклуб” тәрбиәләнеүсеһе (Өфө). Боҙҙағы мотоуҙыштар б-са СССР чемп. (1965, 1967—68), СССР чемпионаттарының көмөш (1969) һәм бронза (1966) призёры, РСФСР чемпионаттарының бронза призёры (1959, 1961), СССР һәм Чехословакия командалары араһында халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе (1959); ипподромдағы мотоуҙыштар б-са РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1961). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1959).
Н.А.Ермоленко
Тәрж. М.Н.Моратшина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: