Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАТАМЫР

Просмотров: 589

ҠАРАТАМЫР (Cynoglossum), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, уртаса һәм субтропик бүлкәттәрҙә, тропиктарҙың тауҙарында таралған. БР‑ҙа дарыулы Ҡ. үҫә. Үҙәк тамырлы ике йыллыҡ үлән, ҡуйы йомшаҡ төк м‑н ҡапланған. Һабағы аҙ һанлы, ҡуйы япраҡ м‑н ҡапланған, бейеклеге 50—100 см. Тамыр яны розеткаһының япраҡтары оҙонса‑ланцет формаһында; аҫҡы һабаҡ япраҡтары һаплы, урта һәм өҫкөләре — ултырма, һабаҡты яртылаш уратып алған. Сәскәһе емештәрҙә оҙонайыусы сәскә һаптарында, ваҡ, ҡуйы ал йәки миләүшә төҫөндә, һепертке сәскәлегенә йыйылған ҡыҫҡа ҡуйы бөтөркәләрҙә була. Касаһы биш бүлемле, емеш барлыҡҡа килгәндә йәйелеүсән; тажы 5 өлөшлө, ҡушылып үҫкән, тәгәрмәс рәүешле, тура көпшәле. Май—июндә сәскә ата. Емеше — 4 өлөшкә (эремалар) тарҡалыусы ценобий, июль—авг. өлгөрә. Торлаҡ янында, юл буйҙарында, йырындар буйлап, ташландыҡ ерҙәрҙә үҫә. Буяу, рудераль үҫемлек. Ағыулы үҫемлек, халыҡ медицинаһында файҙаланыла. Һутын һәм тамырын инсектицид сара булараҡ, сысҡан һәм ҡомаҡтарҙы ҡурҡытыу өсөн ҡулланалар. 

А.Р.Ишбирҙин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: