Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРА-СЫБАР ТОҠОМ

Просмотров: 739

ҠАРА-СЫБАР ТОҠОМ, һыйыр малының һөт йүнәлешле тоҡомо. Үҙәк (урта Рәсәй), Урал һәм Себер популяцияларынан тора. 20 б. 50‑се йй. СССР‑ҙа урындағы малды остфриз, ҡара‑сыбар швед һ.б.голланд сығышлы тоҡомдар м‑н ҡушып сығарылған; 1959 й. раҫланған. Һаны б‑са Рәсәйҙә 1‑се урында тора.

Башҡортостанда урындағы тагил малын остфриз тоҡомло үгеҙҙәр м‑н ҡушып Ҡ.‑с.т. Урал популяцияһы һыйыр малы формалашҡан. Эре мал, кәүҙәһе һәм башы оҙонса, муйыны уртаса ҙурлыҡта, күкрәге тәрән, уртаса киңлектә; арҡаһы төҙ, һигеҙгүҙ һөйәге киң, һөлдәһе ныҡ. Төҫө ҡара‑сыбар. Үгеҙҙәрҙең тере ауырлығы 800— 1000 кг, һыйырҙарҙыҡы — 500— 600 кг. Уртаса йыллыҡ һауым 3500— 3800 кг, һөттөң ҡуйылығы 3,6—4% тәшкил итә. Иттең сығышы 50—56%. Мал төрлө тәбиғәт‑климат шарттарына тиҙ өйрәнә, һөт продуктлылығы юғары, аҫрауҙың сәнәғәт технологияһына яраҡлашҡан. БР‑ҙа Ҡ.‑с.т. бөтә ерҙә таралған. Ауыл хужалығы малдарын бонитировкалау мәғлүмәттәре б‑са (2011) Ҡ.‑с.т. һәм голштин тоҡомоноң саф тоҡомло мал һаны 55833 баш (99%), ш. иҫ. элита‑рекорд һәм элита кластарына ҡараған мал — 38347 (68%), 1 класс — 1439 (25%), 2 класс һәм класһыҙ мал — 3275 (6%) баш; Ҡ.‑с.т. б‑са уртаса йыллыҡ һауым 4657 кг, һөттөң ҡуйылығы 3,78% тәшкил итә. Тоҡом базаһы 17 тоҡомсолоҡ з‑дынан, 48 тоҡом репродукторынан, ш. иҫ. голштин тоҡомо б‑са — 1 тоҡомсолоҡ з‑дынан һәм 5 тоҡом репродукторынан, тора. Голштин тоҡомоноң Америка, Канада һәм Рәсәй селекциялары үгеҙҙәрен ҡулланыу юлы м‑н тоҡом типтарын сығарыу б‑са эштәр алып барыла.

Аграр университетта (С.Ғ.Исламова, Ф.Ә.Каспранов, Р.М.Мөҙәрисов, Ғ.Р.Сәғәҙәтов, Х.Х. Таһиров һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институтында (И.Ф.Йомағужин, А.А.Немцов, Н.Г.Фенченко һ.б.) тоҡом генеалогияһы, ҡатнаш һәм саф тоҡомло малдарҙың һөт һәм ит продуктлылығы, уларҙы ашатыу һәм аҫрау технологияларын камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Әҙәб.: Ружевский А.Б., Рубан Ю.Д., Бердник П.П. Породы крупного рогатого скота. М., 1980; Фенченко Н.Г., Хайруллина Н.И., Сиразетдинов Ф.Х. История создания и генеалогия чёрно‑пёстрой породы крупного рогатого скота. Уфа, 2003.

Р.С.Ғиззәтуллин, С.Ғәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019