Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛДАШЕВ Роберт Нәжип улы

Просмотров: 1181

ЮЛДАШЕВ Роберт Нәжип улы (9.7.1971, Өфө ҡ.), ҡурайсы. БР‑ҙың халыҡ артисы (2012). Ҡурайсылар союзы ағзаһы (2007). ӨДСИ‑не тамамлаған (2000; педагогы А.М.Ҡобағошов). 1989 й. алып ӨДСИ эргәһендәге урта махсус музыка мәктәбе уҡытыусыһы, 1991 й. — “Аҡ йондоҙ” төркөмө, 1995—98 йй. һәм 2001—03 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1998 й. (өҙөклөк менән) — Башҡорт филармонияһы музыканты, 2009 й. башлап «БР‑ҙың “Ҡурайсы” ижади союзы» ойошмаһы президенты. Ҡурайҙа уйнау алымдарын виртуоз ҡулланған Ю. үҙ ижадында башҡ. халыҡ традицияларын, академик һәм хәҙерге башҡарыу стилдәрен берләштерә. Репертуарында халыҡ йырҙарының (“Бейеш”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Урал”) инструменталь варианттары, инструменталь көйҙәр (“Аҡ яурын сал бөркөт”, “Сыңрау торна”), А.Р.Аҙнағолов (“Саптар” композицияһы, “Ете ҡыҙ”, “Сыбай ҡашҡа” халыҡ йырҙарының инструменталь эшкәртмәләре), сит ил (И.С.Бах, Э.Морриконе, М.Равель) һәм ватан (Э.Н.Артемьев, А.П. Бородин, Г.В.Свиридов) композиторҙары әҫәрҙәре бар. Донъя джаз классикаһы әҫәрҙәрендә хәҙерге джаз стилистикаларын синтезлай (smooth jazz, этно‑джаз). Кремль һарайы (Мәскәү ҡ.), “Ла Скала” театры (Милан ҡ., Италия), “Урыҫ Йорто” концерт залы (“Русский Дом”; Берлин ҡ.) сәхнәләрендә һ.б. уйнай. И.Ә.Абдразаҡов, В.Т.Спиваков етәкселегендәге “Мәскәү виртуоздары” (“Виртуозы Москвы”) дәүләт камера оркестры, Н.Носков, Гарик Сукачёв, “Пелагея” этно‑рок төркөмө, Милли симфоник оркестр менән сығыш яһай. БР көндәрендә (1997), Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәт фестивалендә (2002; икеһе лә — Мәскәү ҡ.) ҡатнашыусы. Рәсәй буйлап һәм донъяның 14 илендә гастролдәрҙә була. Ырымбур өлкәһе, БР‑ҙың Ғафури районында ҡурайсылар ансамблен ойоштороусы. Й.Иҫәнбаев исемендәге (Хәйбулла районы Аҡъяр а., 1988; Гран‑при) һәм И.Дилмөхәмәтов исемендәге (Йылайыр районы Иҫке Яҡуп а., 2003; Гран‑при) приздарға республика ҡурайсылар конкурсы, Ғ.Сөләймәнов исемендәге призға профессиональ ҡурайсылар конкурсы (Өфө ҡ., 1997), “Ысыҡкүл” Халыҡ‑ара эстрада һәм фольклор музыкаһы фестивале (Ҡырғыҙстан, 1998), В.В.Андреев исемендәге Халыҡ‑ара халыҡ музыка ҡоралдарында йәш уйнаусылар конкурсы (Тверь ҡ., 2001), Республика Ҡурай байрамы (Октябрьский ҡ., 2003; 2007, Гран‑при) лауреаты. Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2003).

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022