Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕРНЯКОВ Иосиф Михайлович

Просмотров: 691

ЧЕРНЯКОВ Иосиф Михайлович [7.4.1929, Урал өлкәһе (Силәбе өлкәһе) Троицк ҡ. — 8.9.2021, Өфө ҡ.], инженер-төҙөүсе. РФ-тың (1993) һәм БАССР-ҙың (1979) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Урал политехник институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1960). 1942—47 йй. Троицк ҡ. эшләй. 1951 й. алып Киров район торлаҡ идаралығының ремонтлау контораһында (Өфө ҡ.) техник-төҙөүсе. 1954 й. башлап 3-сө төҙөлөш тресында: 4-се төҙөлөш идаралығы мастеры, 1961 й. — 5-се төҙөлөш идаралығы, 1964 й. — 4-се төҙөлөш идаралығы баш инженеры, 1973—2000 йй. 2-се төҙөлөш идаралығы начальнигы. Ч. етәкселегендә сәнәғәт һәм социаль-мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар, ш. иҫ. “БЭТО”, “Гидравлика”, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе, Башкорт драма театры, Өфө ҡ. Спорт һарайы, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы, төҙөлгән. СССР МС-ы премияһы лауреаты (1982). “Почёт Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән (1971).

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.09.2022