Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЙӘДКӘР”, журнал

Просмотров: 1088

“ЙӘДКӘР”, фәнни‑гуманитар һәм ижт.‑сәйәси журнал. Ойоштороусыһы – БР‑ҙың Фәндәр академияһы. 1995—2008 йй. Өфөлә 3 айға 1 тапҡыр башҡ. һәм урыҫ телдәрендә (һығымтаһы — инглиз телендә) сыға. Журналда архив документтарын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре, тәнҡит һәм библиография, халыҡ‑ара гуманитар конференциялар һәм форумдар йомғаҡтары һ.б. баҫыла; башҡ. халҡының рухи һәм әхлаҡи яңырыуы, Урал‑Волга буйы славян һәм төрки халыҡтарының үҙ‑ара бәйләнеше мәсьәләләре яҡтыртыла. Рубрикалары: “Әҙәбиәт. Сәнғәт. Фольклор”, “Фәлсәфә. Социология”, “Иҡтисад һәм хоҡуҡ”, “Лингвистика”, “Тарих. Этнография”, “Педагогика. Белем биреү”, “Фәнни алмаш” һ.б. Баш мөхәррире — Р.Н. Байымов (1995 й. алып). 2008 й. “Й.” нигеҙендә “Проблемы востоковедения” фәнни журналы булдырыла.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019