Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҒЫУЛЫ БӘШМӘКТӘР

Просмотров: 1299

АҒЫУЛЫ БӘШМӘКТӘР, аҙыҡ сифатында ҡулланғанда ағыуланыуға килтереүсе аскомицеттар (тубырсыҡбаштар, ишкәклекәйҙәр) һәм базидиомицеттар (күпселек эшләпәле бәшмәктәр). Яҡынса 90, БР‑ҙа яҡынса 20 төрө билдәле. Хәүеф кимәле б‑са ысын ағыулы, йәки үлемесле (составтарында кулинар эшкәртеү ваҡытында тарҡалмаусы фаллоидин ағыуы бар; ағыулы бәшмәк, ҡаймалы галерина һ.б.); хәүефле (мускарин һәм миатропин; аҡ лығырлаҡ, еплебаштар, ҡаплан һымаҡ тырҡыш, ҡыҙыл тырҡыш һ.б.); ашҡаҙан‑эсәк тракты эшмәкәрлеге боҙолоуона килтереүсе (көкөрт һары ялған баллы бәшмәк, кирбес ҡыҙыл ялған баллы бәшмәк, осло тирмәбаш, һабынлы тирмәбаш һ.б.); галлюциноген (психотроп тәьҫире булған буфотенин токсины; ағыулы бәшмәк һымаҡ, йәки һорғолт йәшел тырҡыш; һоро, йәки порфир тырҡыш һ.б.); шартлы хәүефле (оҙайлы киптереү ваҡытында тарҡалыусы гиромитрин токсины; ҡайһы бер ишкәклекәйҙәр, тубырсыҡбаштар) А.б. бүлеп йөрөтөлә. А.б. м‑н ағыуланыу башлыса ашарға яраҡлы бәшмәктәр м‑н бутап, ағыулы макромицеттарҙың емешлек тәнен аҙыҡ итеп ҡулланыуға бәйле.

20 б. 70‑се йй. алып А.б. төр составы Башҡорт дәүләт университетында (И.Е.Дубовик, Б.М.Миркин), Педагогия университетында (Л.Ғ.Наумова), Биология институтында (Е.В.Кучеров), Көньяҡ Урал ҡурсаулығында (Н.С.Байтирәкова, А.М.Хәбибуллина), Ботаника баҡса-институтында (С.В.Кучерова) өйрәнелә.

С.В.Кучерова

Тәрж.Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019