ДӨЙӨМ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ
ДӨЙӨМ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ, тел т‑дағы фән. Д.т.ғ. айырым телдәрҙе (мәҫ., Башҡорт тел ғилеме, Урыҫ тел ғилеме), телдәр ғаиләһен (мәҫ., Төрки телдәр, ҡара: Төркиәт, Фин-уғыр телдәре һ.б.) өйрәнеүсе лингвистикалар м‑н үҙ-ара мөнәсәбәттә тора. Д.т.ғ. төп бурыстары: аралашыуҙың материаль берәмектәре (өндәр, ижектәр, һүҙҙәр һәм уларҙың бәйләнештәре) һәм коммуникацияның уларға тура килгән абстракт төҙөлгән предметтары (фонемалар, морфемалар, һүҙ формалары, синтагмалар һәм һөйләмдәр) булараҡ ысынбарлыҡта күҙәтелгән һәм билдәләнгән һөйләү телмәре һәм яҙма текст объекттарын сикләү; телдең эске төҙөлөшөн (интралингвистика) һәм уның тышҡы бәйләнештәрен (экстралингвистика) тикшереү; материаль берәмек һәм уның дөйөмләштерелгән үҙ-ара бәйләнеш һәм мөнәсәбәт системаһы йыйылмаһы булараҡ тел структураһын асыҡлау һ.б. Тел теорияһын (соц. функциялары, телдең тамғалар тәбиғәте һ.б.) һәм ғәмәли лингвистиканы (орфография, орфоэпия, риторика һ.б.) үҙ эсенә ала. Д.т.ғ. ретроспектив (диахроник) һәм проспектив (синхроник) булырға мөмкин. Башҡортостанда БДУ‑ның дөйөм һәм сағыштырма тел ғилеме (1973 й. алып), БДПУ‑ның дөйөм тел ғилеме (1980 й. алып) кафедраларында һ.б. уҡытыла. Сағыштырма тел ғилеме (Ж.Ғ.Кейекбаев, К.З.Закирйәнов, Т.М.Ғарипов, Р.З.Мерәҫов), семантиканың (Л.М.Васильев), фонетиканың (Ф.Ғ.Хисамитдинова), синтаксистың (И.П.Распопов), социолингвистиканың (Л.Л.Әйүпова), тел (Т.М.Рогожникова) һәм мәҙәниәт-ара (С.Ғ.Шафиҡов) коммуникацияларҙың, этнолингвокультурологияның (Р.Х.Хәйруллина), күп теллелектең (Б.Т.Ғәниев, А.П.Майоров) актуаль мәсьәләләре һ.б. б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән.
Әҙәб.: Васильев Л.М. Теоретические проблемы общей лингвистики, славистики, русистики. Уфа, 2006.
Т.М.Ғарипов
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов