Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЙӘЙӘҮЛЕ МӘХМҮТ”, көй

Просмотров: 983

“ЙӘЙӘҮЛЕ МӘХМҮТ”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр 1939 й. Л.Н.Лебединский тарафынан И.Ш.Дилмөхәмәтовтан (ҡара: Дилмөхәмәтовтар) фонографҡа яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” китабында баҫтырыла. Варианттарын Ф.Х.Камаев, Р.Шәкүр, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Бейеү характерындағы инструменталь көй. “Й.М.” көйөнөң барлыҡҡа килеүе Мәхмүт сәсән т‑дағы легендаға бәйле, ул йәйәүләп батшаға бара һәм уны ҡурай моңо м‑н әсир итә. Тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡан ҡурайсыны халыҡ ҙур ихласлыҡ м‑н ҡаршы ала, ул юлда ижад иткән көйҙө “Й.М.” тип йөрөтә башлайҙар. Көй киң диапазонға (2 октаваға яҡын), пунктирлы ритмға, бейеү тыпырлауына хас ике һәм өс өлөшлө метрға ҡоролған, лидия кварталы ҡабатланыусан 2 көйләнештән торған инеш музыка уны үҙенсәлекле итә. Башҡарыусылар араһында А.М.Айытҡолов, К.М.Дияров, Сөләймәнов, Р.Р.Рәхимов.

 Әҙәб.: Д и я р о в К.М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988; К а м а е в Ф.Х., Ш о ң ҡ а р о в Н.Д. 400 башҡорт халыҡ йыры=Камаев Ф.Х., Шонкаров Н.Д., 400 башкирских народных песен. Өфө, 2011.

.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023