ЯКОВЛЕВА Марина Петровна
ЯКОВЛЕВА Марина Петровна (26.7. 1965, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1988) Органик химия ин‑тында эшләй (1999 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре монотерпен лактондар, аҙ молекулалы биокөйләгестәр химияһына арналған. Я. тарафынан нефтехимия (тетрагидропиран, уның сығарылмалары) һәм тәбиғи (Δ3‑карен, l‑ментол, α‑пинен) сығышлы продукттар нигеҙендә 10 төр бөжәк феромондары, ювеноидтар (гидропрен, метопрен), фармакологик актив азотлы берләшмәләр синтезлана. 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.
Х е ҙ м.: Монотерпеноиды в синтезе оптически активных феромонов насекомых. Уфа, 1999 (авторҙ.).
Тәрж. Э.М.Юлбарисов