Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠУПОВ Вил Сәйҙел улы

Просмотров: 380

ЯҠУПОВ Вил Сәйҙел улы (24.9.1927, Өфө — 26.3.2011, Яҡутск), геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1968), проф. (1977). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1992). ЛДУ‑ны тамамлаған (1951). 1952 й. алып СССР Металлургия сәнәғәте министрлығындағы Дальстройҙың Үрге Индигир район геол.‑разведка идаралығында геофизика отряды нач., 1953 й. — геофизика бүлеге нач. вазифаһын башҡарыусы; 1955 й. башлап Үҙәк геофизик экспедицияның партия нач., 1956 й. — баш геологы, 1957 й. — баш инженеры, 1959 й. алып СССР Геология министрлығындағы Төньяҡ‑Көнсығыш геол. идаралығының гидрогеологик экспедицияһында (бөтәһе лә — Магадан өлк.) геофизика партиялары төркөмө нач., 1960 й. — тематик партия начальнигы. 1962 й. башлап РФА‑ның Себер бүлексәһе учреждениеларында эшләй: Төньяҡ‑Көнсығыш комплекслы ҒТИ‑нда (Ма­гадан ҡ.), 1969 й. алып Туң ҡатламдарҙы өйрәнеү ғилеме ин‑тында, 1975 й. — Төньяҡ физик‑техник проблемалары ин‑тында лаб. мөдире; 1980 й. башлап Төньяҡ тау эше ин‑тында лаб. мөдире, 1991 й. — баш ғилми хеҙм‑р, 2001 й. алып Космофизик тикшеренеүҙәр һәм аэрономия ин‑тының (бөтәһе лә — Яҡутск) баш ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге криолитозона геофизикаһы, петрофизика һ.б. өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Я. тарафынан электроразведка ысулдарының фәнни нигеҙҙәре, радиолокацияның яңы ысулы һ.б. эшләнгән; туң тоҡом ҡатламдарының геоэлектр төҙөлөшөнөң ихтималлы моделе һәм Рәсәй (Йәнәсәй й. көнсығышҡа) һәм Төньяҡ Америка терр‑ялары өҫтөнөң һөҙөмтәле электр үҙенсәлектәре карталары төҙөлгән. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, 32 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Электропроводность и геоэлектрический разрез мёрзлых толщ Труды Северо‑Восточного комплексного научно‑исследовательского института. М., 1968. Вып.20; Исследование мёрзлых толщ методами геофизики. Якутск, 2000; Геофизика криолитозоны. Якутск, 2008.

Тәрж.­ Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: