Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҠУП ТОҘЛО ҺЫУ СЫҒАНАҒЫ

Просмотров: 1049

ЯҠУП ТОҘЛО ҺЫУ СЫҒАНАҒЫ, Яҡут тоҙло һыу сығанағы, тәбиғәт­ ҡомартҡыһы (1965). Көйөргәҙе р‑ны Яҡут а. төньяҡҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта Ҡаҙлайыр й. (Һаҡмар й. басс.) һул ярында урынлашҡан. Күл (диам. 20 м, тәрәнлеге 1 м) барлыҡҡа килтереүсе бер нисә сығышы (90 м һуҙымында) булған минераль­ һыу­сығанағы. Аҫҡы пермдең көңгөр ярусы тоҡомдарында (алевролит, гипс) барлыҡҡа килә. Дөйөм дебиты яҡынса 1,5 л/с. Минераллашыуы 2,2—13,4 г/л. Һыуы тоҙло, хлорид‑натрийлы; микроэлемент миҡдары (мг/л): иод (0,006—0,013), бор (0,4—1,0), бром (1,11), фтор (1,4—2,25); газ составы б‑са кислородлы; т‑раһы 6,5—9,5°С. Сығанаҡ сыҡҡан урында минераль­ ләм­дәр (майҙаны 200— 250 м2, ҡалынлығы яҡынса 2,5 м) ята. Тирә‑яғы һаҙланған.

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. ­А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019