Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОМАҒУЖА ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ

Просмотров: 2002

ЙОМАҒУЖА ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Ағиҙел йылғаһында. Плотина Күгәрсен р‑ны Үрге Бикҡужа а. эргәһендә йылға тамағынан 957 км алыҫлыҡта төҙөлгән. Һыуһаҡлағыс Мәләүез, Күгәрсен, Бөрйән р‑ндары һәм Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысында йылғаның һыу йыйыу бассейны 10100 км2 (йылға басс. 71%‑ы), уртаса йыллыҡ ағым күләме 2130 млн м3, һыуһаҡлағыстың тулы күләме 809 млн м3, файҙалы күләме  279 млн м3, һыу өҫтө майҙаны 35,6 км2, оҙонлоғо 57,0 км, уртаса киңлеге 0,3 км (макс. 0,9 км), уртаса тәрәнлеге 31 м (макс. 61 м). Гидроузел составы: үҙәген ҡырсынташлы‑ҡомло тупраҡ тәшкил иткән, таш‑тупраҡ өйөп һалынған, һыу ағыҙа торған урындары булмаған плотина (оҙонлоғо 540 м, өҫкө һырты б‑са киңлеге 10 м, макс. бейеклеге 65 м); яр буйындағы ташҡын ваҡытында һыуағыҙыу ҡоролмаһы (4 тармаҡтан тора); составында түбәнге бьефҡа һыу үткәреү туннеле (оҙонлоғо 294 м), быуа эргәһендәге Йомағужа ГЭСыныңтурбиналарын һыу м‑н тәьмин иткән 3 һыу үткәргес туннеле (дөйөм ҡеүәте 45 МВт булған 3 гидроагрегат) булған һыу төбөндәгеһыу ағыҙыу‑сығарыу ҡоролмаһы. Һыуы сөсө. Тәғәйенләнеше: ағымды миҙгелле көйләү, түбәнге бьефты ташҡындан һаҡлау һәм гидроузелдан түбәнге һыу алыу ҡоролмаларының тотороҡло эшләүен тәьмин итеү, электр энергияһы етештереү; ш. уҡрекреация өсөн ҡулланыла. 2004 й. ваҡытлыса, 2008 й. даими эшләй.

Ә.Р.Ғәббәсов

Тәрж. А.Н.Күсеев


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: