Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАЛОВ Илдар Урал улы

Просмотров: 1020

ЯМАЛОВ Илдар Урал улы (22.10. 1961, Өфө), инженер‑электрик. Техник ф. д‑ры (2008). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй. 1992 й. алып “Шәреҡ” банкыһында: бүлек нач., 1993 й. башлап департамент дир.; 1995 й. алып БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығында: ғилми‑техник идаралыҡ нач., 1998 й. башлап министр урынбаҫары, 2005 й. — нач. урынбаҫары. 2010 й. алып БР‑ҙың элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары, бер үк ваҡытта ӨДАТУ‑ла уҡыта. 2012 й. башлап БР Мәғлүмәт технологиялары агентлығы етәксеһе, 2014—15 йй. дистанцион уҡытыу һәм филиалдар м‑н етәкселек итеү б‑са ӨДАТУ проректоры вазифаһын башҡарыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре системалы анализ, ҡатмарлы системалар м‑н идара итеү проблемаларына, математик модель әҙерләүгәһ.б. арналған. Я. тарафынан киҫкен хәлдәрҙә ҡарар ҡабул итергә булышлыҡ итеүҙә төбәк мәғлүмәт системаһының структураһы һәм функциональ элементтар составы һ.б. эшләнә. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Моделирование процессов управления и принятия решений в условиях чрезвычайных ситуаций. М., 2007.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: