“ЙОМАТАУ”, шифахана
“ЙОМАТАУ”, климат һәм ҡымыҙ м‑н дауалау шифаханаһы. БР‑ҙың Өфө р‑нында, Өфөнән К.‑Көнб. табан 30 км һәм Йоматау т. юл ст. 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра –15°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19,3°С). 1934 й. БАССР‑ҙың 15 йыллығы ис. шифахана булараҡ асыла, 1938 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2002 й. алып ДУП. Тын алыу, аш һеңдереү ағзалары, нервы системаһы, иммунодефицит ауырыуҙары булған пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 360 урынға иҫәпләнгән (2011). Төп дауалау факторҙары: климат, ҡымыҙ, “Йоматау” минераль һыуы. Бальнеотерапия, гирудотерапия, диетотерапия, ҡымыҙ менән дауалау, дауалау физкультураһы, физиотерапия, массаж һ.б. ҡулланыла. Микробиология лаб. булған ҡымыҙ оҫтаханаһы бар. “Һаулыҡ йорто” Бөтә Рәсәй форумдарында алтын миҙалдар м‑н бүләкләнгән (2004, 2006—07 2009—10). 1941—44 йй. шифахана терр‑яһында 2577‑се эвакуация госпитале урынлашҡан.
И.А.Сәлихов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина