Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢАУЫЛ ЭЛЕВАТОРЫ

Просмотров: 1020

ЯҢАУЫЛ ЭЛЕВАТОРЫ, ААЙ. Составына элеватор (1953 й. асылған), 2 тирмән (1956, 1995), макарон цехы (2000), складтар һ.б. инә. Магазины, умарталығы, икмәкханаһы һ.б. бар. 1958—2002 йй. Я.э. эргәһендә ҡатнаш мал аҙығы з‑ды эшләй. 2008 й. 97 кеше эшләгән. Элеватор һыйҙырышлығы — 80 мең т, механизацияланған 5 ҡабул итеү нөктәһе һәм тәүлегенә 2,5 мең т тиклем иген ҡабул итеү, киптереү һәм өҫтәлмә эшкәртеү өсөн 5 ағым линияһы бар. 2004—08 йй. йыллыҡ иген ҡабул итеү уртаса 15 мең т тәшкил иткән; 16,5 мең т он, 0,3 мең т макарон изделиелары етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1925 й. Яңауыл иген пункты булараҡ ойошторола, 1934—46 йй. һәм 1953 й. алып Яңауыл иген әҙерләү пункты, 1947 й. — 17‑се почта йәшниге. 1960 й. башлап Яңауыл иген ҡабул итеү пункты, 1976 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1998 й. — МУП, 2000 й. — “Башхлебопродукт” ДУП‑ының бүлендек унитар пр‑тиеһы, 2004 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: