Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНБАРИСОВ Роберт Абдулла улы

Просмотров: 944

ЯНБАРИСОВ Роберт Абдулла улы (7.5.1932, Мәскәү ҡ. — 8.8.1999, Өфө ҡ.), философ. Тарих фәндәре кандидаты (1974), философия фәндәре докторы (1987). Калининград педагогия институтын тамамлаған (1966). 1951 й. башлап Хәрби‑диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1975 й. алып Хәрби‑диңгеҙ академияһында (Ленинград ҡ.), 1978 й. — БДМИ‑ла эшләй. 1980 й. башлап СССР ФА Алыҫ Көнсығыш бүлексәһенең Алыҫ Көнсығыш халыҡтары тарихы, археологияһы һәм этнографияһы институтында (Владивосток ҡ.) бүлек мөдире, директор урынбаҫары. 1988—99 йй. (өҙөклөктәр менән) Социаль‑иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында: бүлек мөдире, 1996 й. алып баш ғилми хеҙмәткәр. 1990 й. башлап КПСС‑тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, 1991—96 йй. РФА Өфө фәнни үҙәге Президиумы эргәһендәге философия кафедраһының бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре социологияға, философияға, Рәсәй төбәктәренең социаль‑иҡтисади һәм сәйәси проблемаларына арналған.

Х.Б.Аҫылғужин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.01.2023
Связанные темы рубрикатора: