Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНГЕЛ МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 1023

ЙӘНГЕЛ МӘҘӘНИӘТЕ, мезолит дәүере археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 9—8 мең йыллыҡтарға ҡарай. Йәнгел тораһы исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Й.м. ҡомартҡылары Көньяҡ Урал аръяғында тупланған (Исемһеҙ Морон, Йәнгел тораһы, Ҡарабалыҡты, Оҙон Шыршылыҡ II, Суртанды торалары, Ташбулат II, Яҡтыкүл). Торамалар бейек ҡалҡыулыҡтарҙа (20 м тиклем) урынлашҡан тораларҙан ғибәрәт. Ер өҫтөндәге бағана конструкциялы, усаҡлы түңәрәк ҡоролмалар торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Саҡматаштан һәм йәшмәнән эшләнгән әйберҙәр (геом. микролиттар, бысаҡ рәүешендәге пластиналар, нуклеустар, ослоҡтар, тишкестәр, ҡырҡҡыстар, ҡырғыстар) табылған. Ерләү ҡомартҡылары табылмаған. Палеолит осоронда урындағы ҡәбиләләр нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Халҡы һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Көньяҡ Каспий буйы ҡәбиләләре м‑н бәйләнеш тотҡан. В.С.Мосин фекере б‑са, Урал аръяғы, Тубыл буйы һәм Й.м. ҡомартҡыларындағы оҡшаш элементтарҙың булыуы уларҙы Урал аръяғы мезолит берлегенә тупларға нигеҙ бирә. Й.м. өйрәнеүселәр: Г.Н.Матюшин, Мосин һ.б.

Әҙәб.: История башкирского народа. В 7 т. Т.1. М., 2009.

В.Г.Котов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: