Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНҒУЖИН Рим Зәйниғәбит улы

Просмотров: 1385

ЙӘНҒУЖИН Рим Зәйниғәбит улы (15.11.1941, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Айыусы а. — 11.11.2007, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), этнограф. Тарих ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2002), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997). БДУ‑ны тамамлаған (1964), 1968 й. алып шунда уҡ эшләй: 1990 й. башлап СССР тарихы каф., 1991 й. — БР тарихы һәм этнология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорттарҙың этногенезы һәм этник тарихы мәсьәләләренә, традицион хужалығын, социаль структураһын өйрәнеүгә арналған. Бер нисә этнографик экспедиция ойоштора һәм уға етәкселек итә, экспедиция материалдары БДУ‑ның этнографик музей коллекцияһын тәшкил итә. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Тыуған ауылындағы урта мәктәпкә һәм БДУ‑ның этнографик музейына Й. исеме бирелгән. Өфөлә Й. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Традиционный хозяйственный уклад башкир прошлого столетия (до 60‑х годов). Уфа, 1979; Этнография башкир (история изучения). Уфа, 2002; Коренные народы России. Башкиры. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Әҙәб.: Светлый путь: воспоминание о профессоре Риме Зайнигабитдиновиче Янгузине. Уфа, 2009.

М.Н.Сөләймәнов

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: Р.З.Йәнғужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.01.2024
Связанные темы рубрикатора: