Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНТҮРИН Дияс Хатип улы

Просмотров: 1060

ЙӘНТҮРИН Дияс Хатип улы [20.1.1940, БАССР‑ҙың Малаяҙ р‑ны Лағыр а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны)], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2005), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (2009), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1967). 1957 й. алып Силәбе өлк. пр‑тиеларында эшләй. 1967 й. башлап Лағыр урта мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, 1968—70 йй. КПСС‑тың Салауат район ком‑тында пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1974—2015 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре сәйәси репрессияларға, 20 б. 20—30‑сы йй. Башҡортостанда һәм Урал-Волга буйының башҡа авт. респ. милли кадрҙар әҙерләү мәсьәләләренә арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Национально-государственное строительство в автономиях Урало-Поволжья. Уфа, 2001; Подготовка национальных кадров в автономиях Урало‑Поволжья. Уфа, 2003.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019