Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОНОС, Салауат р‑нындағы ауыл

Просмотров: 714

ЙОНОС, Салауат р‑нындағы ауыл, Әлкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 8 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 342 кеше; 1920 — 386; 1939 — 417; 1959 — 353; 1989 — 248; 2002 — 277; 2010 — 248 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Әлкә урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Себер даруғаһы Шайтан‑Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1735 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең (уның улы Сәркиш Йоносов билдәле), башҡа мәғлүмәттәр б‑са — тархан Йонос Тәпәришевтың исеме м‑н аталған. 1795 й. 20 йортта 117 кеше йәшәгән, 1865 й. 41 йортта – 241 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. З.Н.Бәхтейәрова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019