Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯПОНИЯ

Просмотров: 3772

ЯПОНИЯ, Көнсығыш Азиялағы утрауҙа урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 372,8 мең км2. Баш ҡалаһы — Токио. Дәүләт башлығы — император. Халҡы — 126,9 млн кеше (2016): 98,5%‑ы — япондар. Рәсми тел — япон теле. Диндарҙарҙың күпселеге — синтоистар, буддистар.

БР‑ҙың Я. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Я. мөнәсәбәттәре сиктәрендә алып барыла. “Салаватнефтеоргсинтез” (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) һәм “Йокогава” компаниялары араһында хеҙмәттәшлек т‑да стратегик килешеүгә (2007), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Япония ассоциацияһы араһында Рәсәй һәм яңы бойондороҡһоҙ дәүләттәр м‑н сауҙа итеү б‑са хеҙмәттәшлек т‑да ниәттәр протоколына (2010), Өфө һәм Китакюсю ҡҡ. араһында сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек үҫеше б‑са ниәттәр т‑да протоколға (2011), БР Хөкүмәте һәм “Йокогава электрик СНГ” компанияһы араһында хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (2016) ҡул ҡуйылған. РФ Хөкүмәте делегацияһы составында БР Президенты М.Ғ.Рәхимовтың (2000), БР Хөкүмәте делегацияларының (2006, 2010) — Я.; Я. эшлекле даирә вәкилдәре делегацияларының (2001, 2004, 2005, 2011, 2012), Я. Хөкүмәте делегацияһының (2002), Я. РФ‑тағы Илселеге делегацияларының (1999, 2010) Баш­ҡортостанға рәсми визиттары була. Я. делегаттары 2—3‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) эшендә ҡатнаша. БР‑ҙың БДБ‑нан тыш илдәр м‑н тышҡы сауҙа күләмендә Я. өлөшөнә 2% тура килә (2014). БР‑ҙың һәм Я. сауҙа әйләнеше 265,04 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 41 тапҡыр күберәк). БР‑ҙың Я. экспорты 86,24 млн доллар (2000 й. — 1,1 млн доллар) иҫәпләнә; уның тауар структураһында алюмин иретмәләре, шиндар етештереү өсөн сеймал, бал һ.б. өҫтөнлөк итә. Я. мед. ҡорамалдары, комбайндар, моторлы кәмәләр өсөн двигателдәр, запас частар, органик химия берләшмәләре импорты 178,8 млн доллар (2000 й. — 5,3 млн доллар) тәшкил итә. Архитекторҙар Р.У. Мул­лагилдин һәм К.Араи (Токио) проекттары б‑са “Аҡбуҙат” ипподромы бинаһы реконструкциялана, Конгресс‑холл архитектура комплексы төҙөлә. Токио ҡ. “Өфө Урал технополисы — тәбиғәт ҡосағындағы ҡала” (“Уральский технополис Уфа — город, поглощённый природой”; 2005) күргәҙмәһе үткәрелә. Өфөлә Я. һәм БР араһында сауҙа‑иҡт. һәм инвестицион хеҙмәттәшлек б‑са бизнес‑форумдар була (2011, 2012).

Рус‑япон һуғышында (1904—05) Вильманстранд пехота полкы, Мокшанск пехота полкы, Очаков пехота полкы, Ырымбур казак ғәскәре полктары ҡатнаша; Порт‑Артур ҡәл­ғәһен обороналаған гарнизон ғәскәре составына башлыса Өфө губернаһынан хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙан торған 4‑се һәм 7‑се Көнсығыш Себер уҡсылар дивизияһы инә. Башҡорт ғәскәре хәрби хеҙм‑рҙәренең бер өлөшө, ҡайһы бер Аҡтар хәрәкәтендә ҡатнашыусылар һәм дини эшмәкәрҙәр Я. күсеп китә. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре М.‑Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев Токиола тәүге мәсеткә һәм мәҙрәсәгә нигеҙ һала. Икенсе донъя һуғышы йылдарында фронттар частары һәм берләшмәләре, Тымыҡ океан флоты һәм Амур хәрби флотилияһы составында П.Е. Васильев, Н.Н.Голубков, В.Г. Лоскутов һ.б. һуғыша. Өфөлә футбол б‑са РСФСР һәм Я. (1965), волейбол б‑са Рәсәй һәм Я. (1997) йыйылма командалары араһында халыҡ‑ара иптәштәрсә матчтар, Рәсәй һәм Я. йыйылма командалары араһында Донъя волейбол лигаһы матчтары (2011) була.

1986 й. “Каустик” ПБ‑нда 1982 й. япон фирмаһынан һатып алынған технология б‑са хлорлы алюмин етештереү цехы эшләй башлай. 1986—90 йй. Я. з‑дтарында Полисветан тибындағы полиэтилен фоторедукциялаусы плёнка алыу ысулдары һынала. “Йокогава” япон компанияһы автоматлаштырылған идара итеү системалары, тикшереү‑үлсәү приборҙары һәм автоматика эшләүҙә, етештереүҙә һәм тәьмин итеүҙә, “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда, “Башнефть” АНК асыҡ АЙ‑нда, “Полиэф” АЙ‑нда һ.б. проектлау, эшләтеп ебәреү һәм көйләү эштәрендә ҡатнаша. БР‑ҙа “Геоспейс Технолоджис Евразия” ЯСЙ‑ның берлектәге пр‑тиеһы һ.б. эшләй.

Республика (Р.З.Бәхтизин) һәм Я. ғалимдары фуллерендарҙыңтуннель микроскопияһы өлкәһендә берлектәге тикшеренеүҙәр алып бара, Металдарҙың үтәһығылмалылығы проб­лемалары институты Токио ун‑ты м‑н хеҙмәттәшлек итә. Башҡорт ихтилалдарын (17— 18 бб.) өйрәнеү м‑н япон ғалимы К.Тоёкава, БАССР‑ҙың барлыҡҡа килеү проблемаларын — Т.Оура, К.Нисияма, Башҡортостан историографияһын өйрәнеү м‑н К. Мацузато, Т.Уяма шөғөлләнгән. И.Ф. Заянчковский һ.б. фәнни эштәре япон теленә тәржемә ителгән. И.Ә. Абдразаҡов, Ю.Х.Ғәзизов, Г.М.Ғәзизова, Ю.И. Ғәйнетдинов, И.И. Дилмөхәмәтов, Ш.К.Кинйәкәев, Л.С. Ҡыуатова, Ф.М. Нафиҡова һ.б. — Я.; япон йырсыһы Теруко Оно (1966), “Бонни дзякс” вокаль ансамбле (1976) Өфөлә, “Тойота‑Сити Балет” труппаһы солисы Юка Мияке (2006), япон пианисы һәм комп. Кейко Мацуи (2017) Нуриев Р. исемендәге халыҡ­ара балет сәнғәте фестивалендәсығыш яһай. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Я. Рәсәй мәҙәниәте фестивалендә ҡатнаша (2013; Мито, Мусасино, Симода, Тиба ҡҡ.). Я. рәссамдар Б.Ф.Домашников, Л.Я. Круль, А.А.Кузнецов, А.В. Пантелеев, В.А.Позднов, О.А.Самосюк, Ә.Х. Ситдиҡова, Э.М.Сәйетов, А.Р. Тереғолов, М.Ҡ.Яҡупов һ.б. эштәре күргәҙмәгә ҡуйылған; Милли музейҙа (2004), Белорет музейында, Салауат ҡ. картиналар галереяһында (икеһе лә — 2010) Я. РФ‑тағы Илселеге тарафынан күрһәтелгән япон ҡурсаҡтары күргәҙмәһе, Нестеров М.В. исемендәге художество музейында “Япония көндәре” проекты сиктәрендә музей йыйылмаһынан 17—21 бб. һынлы һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең 60‑ҡа яҡын әҫәрен индергән “Япония сәнғәте” күргәҙмәһе (2017) үтә. БР‑ҙа 1 япон йәшәй (2002).

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: