Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮПИТЕР

Просмотров: 1112

ЮПИТЕР, Ҡояш системаһының Ҡояштан алыҫлығы буйынса 5‑се урында торған иң ҙур планетаһы. Ҡояштан уртаса алыҫлығы — 778 млн км (5,20 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды —11,86 йыл. Экваториаль зонаһы өсөн күсәре тирәләй әйләнеү периоды — 9 сәғ. 50 минут. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы — 86°55ʺ12ʹ. Диаметры — 142,8 мең км. Массаһы — 1,90•1027 кг. Уртаса тығыҙлығы — 1,33•10кг/м3. Атмосфераһының химик составы: водород (80%‑тан ашыу), гелий (10%‑тан ашыу) һ.б. Ауырлығы буйынса Ер массаһынан 10 тапҡыр ҙур булған ҡаты хәлдәге ядроһы бар, тип фараз ителә. Инфраҡыҙыл өлкәлә энергияны Ҡояштан алған энергияға ҡарағанда 70%‑ҡа артыҡ тарата. Ҡояш системаһының планеталары араһындағы иң көслө булған магнит ҡыры магнит дауылдарын һәм интенсив поляр балҡыштарҙы барлыҡҡа килтерә. Планетаның өҫтө болоттар менән (аммиактан, һыу парынан, метандан, көкөрттән тора) ҡапланған, көслө елдәр иҫеү сәбәпле улар аҡ, һары‑көрән, ҡыҙыл һәм зәңгәрһыу төҫтәге экваторға параллель тиҙ үҙгәреүсән һыҙаттар барлыҡҡа килтерә; был төҫтәр көслө электр разрядтарының (йәшен) һәм фотохимик реакцияларҙың бергә тәьҫир итеүе менән аңлатыла. Күп һандағы атмосфера ҡойондары, ш. иҫ. оҙайлы булғандары, (Ҙур ҡыҙыл тап, яҡынса 400 йыл) күҙәтелә. Ю. массаһы ҙур булыуы кометаларға һәм астероидтар поясына мөһим гравитацион йоғонто яһай. Ю. 50‑нән ашыу юлдашы бар, иң ҙурҙары (Ио, Калипсо, Ганимед һәм Европа) 17 б. Г.Галилей тарафынан асыла. 1979 й. “Вояджер‑1” планета‑ара аппараты ярҙамында Ю. көсһөҙ ҡара ҡулсалары (3) булыуы асыҡлана, уларҙы Ерҙән инфраҡыҙыл диапазонда күҙәтеп була. Ю. — күк йөҙөндәге сағыу яҡтыртҡыс, ҡапма‑ҡаршы торош ваҡытында ‑2m,94 визуаль йондоҙ дәүмәленә етеүе мөмкин, планеталар араһында ялтырауы буйынса Сулпандан ғына ҡалыша. БР‑ҙың бөтә территорияһында күҙәтелә, бинокль йәки телескоп менән күҙәткәндә планета өҫтөндәге ҡара һәм аҡһыл һыҙаттар, уның 4 юлдашы яҡшы күренә.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные темы рубрикатора: