Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮРА, юра системаһы (осоро)

Просмотров: 983

ЮРА, юра системаһы (осоро), мезозойҙыңикенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 199,6±0,6 млн йыл, аҙағы — 145,5±4,0 млн йыл. 1829 й. француз геологы А.Броньяр тарафынан айырып күрһәтелә. Ю. аҫҡы, урта, өҫкө бүлектәргә (дәүерҙәргә) бүленә. Аҫҡы бүлек (аҫтан өҫкә) геттанг, синемюр, плинсбах, тоар ярустарына; урта — аален, байос, бат, келловей; өҫкө бүлек оксфорд, кимеридж, титон ярустарына айырыла. Ярустарҙың стратотипик киҫелештәре һәм сиктәренең стандарттары Европала (күбеһенсә Англия, Франция, Германия һәм өлөшләтә Иберия ярымутрауында) тупланған. Осор башына иң ҙур тектоник структуралар булып субдукция зоналары м‑н уратып алынған Пангея суперконтиненты (хәҙ. Тымыҡ океан Ут бүлкәтенең аналогы) һәм Панталасса, Тетис океандары тора. Ю. Пангея Лавразия, Көнбайыш һәм Көнсығыш Гондвана континенттарына тарҡала. Бер үк ваҡытта бер нисә төбәктә (айырыуса Азия һәм тарҡала барған Пангеяның периферияһында) киммерия (боронғо һәм яңы киммерия фазалары) исемен алған йыйырсыҡлыҡ күҙәтелә. Ю. тоҡомдары бөтә континенттарҙа таралған, океандар төбөндә табылған. Ю. ултырмалары — ҡайһы берҙә һәүер таштарға әйләнгән диңгеҙ һәм континенталь ҡомташ‑балсыҡ ҡатламдары, эзбизташтар (ш. иҫ. сағыштырмаса тәрән һыу аҫты эзбизташтары), эвапориттар (арид климатлы райондарҙа), шулай уҡ күбеһенсә Пангеяны уртаға айырған рифтарҙа һәм уның сиктәрендә тупланған вулкан һәм вулкан‑ултырма тоҡомдар. Ю. триаста башланған хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһының яңырыуы барлыҡҡа килә. Үҫемлектәр донъяһы күбе­һенсә абаға һәм яланғас орлоҡлоларҙан (саговниктар, беннетиттар, гинкголар, ылыҫлы үҫемлектәр) тора. Ю. хайуандар донъяһына һөйрәлеүселәр хас. Динозаврҙар, птерозаврҙар, ихтиозаврҙар, гөбөргәйелдәр, ҡылсыҡлы балыҡтар киң таралған, археоптерикс (Archaeopteryx) ҡошо булған. Имеҙеүселәр ваҡ, ябай төрҙәрҙән тора, күпселеге бөжәк ашаусылар билдәләрен йөрөтә. Диңгеҙ умыртҡаһыҙҙары араһында белемниттар һәм аммониттар, пелециподалар, гастроподалар, наутилоидеялар, мәрйендәр, диңгеҙ терпеләре була. Уралда Ю. аҙ үҫешкән, уның периферияһында ғына осрай. Урал терр‑яһында орогенездан пенепленизация хас булған платформалы үҫеш стадияһына күсеү барлыҡҡа килә. Файҙалы­ ҡа­ҙыл­маларҙан Көньяҡ Уралда һәм Поляр түңәрәк тирәһендәге Урал аръяғында һоро­ күмер ятҡылыҡтары билдәле (Төньяҡ Сосьвин һәм Орск‑Таналыҡ басс.). Көньяҡ Урал аръяғында күмелгән йылға үҙәндәренә уран ятҡылыҡтары тура килә.

 Әҙәб.: Стратиграфия СССР. Юрская система. М., 1972; П у ч к о в В.Н. Геология Урала и Приуралья (актуальные вопросы стратиграфии, тектоники, геодинамики и металлогении). Уфа, 2010; А new Geologic Time Scale with special reference to Precambrian and Neogene /F.M. Gradstein [et al.] //Reprinted from Episodes. 2004. Vol.27. №2.

В.Н.Пучков

Тәрж.­Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.09.2023
Связанные темы рубрикатора: