Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҪМЫҠ БОРСАҠ

Просмотров: 1198

ЯҪМЫҠ БОРСАҠ (Lens), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 5 төрө билдәле (шуларҙың 4‑әүһе ҡырағай); Урта диңгеҙ буйында, Кесе һәм Урта Азияла, Кавказ аръяғында таралған. Башҡортостанда ябай Я.б. (эре орлоҡло Я.б. һәм ваҡ орлоҡло Я.б. бүленә) үҫтерелә. Бер йыллыҡ үлән кеүек үҫемлек. Һабағы төҙ йәки ярым түшәлеүсән, бейеклеге 20—25 см. Япрағы ҡатмарлы, ишле ҡауырһын һымаҡ, 3—8 пар тар япраҡсаһы, осонда епкә оҡшаған мыйыҡсалары (оҙонлоғо 1—60 мм) бар. Сәскәһе аҡ, алһыу, көрән күк төҫтә. Сәскәлеге — тәлгәш. Июндә сәскә ата. Емеше — 1—2 орлоҡло ҡуҙаҡ, авг. башында өлгөрә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 12—80 г. Орлоҡ составына 23—32% аҡһым, 52% крахмал, 1,4% май, В1, В2 витаминдары һ.б. инә. Йылы һәм дым яратыусы үҫемлек. Вегетация осоро 75—115 көн дауам итә. Төп элгәрҙәре — аралыҡлы һәм ужым культуралары. Ябай рәт ысулы м‑н сәсәләр, орлоҡ сәсеү нормаһы 2,0—3,0 млн дана/га, сәсеү тәрәнлеге 4—5 см. Азотфиксация арҡаһында Я.б. а.х. культуралары өсөн яҡшы элгәр булып тора. Респ. Я.б. иң ҙур сәсеү майҙаны 1430 га, уңдырышлылығы 10—15 ц/га тәшкил иткән (1966). 2009 й. сәсеү майҙаны — яҡынса 100 га. Ашарға яраҡлы үҫемлек (ярма, он етештерәләр) һәм мал аҙығы культураһы (ҡиммәтле концентрат мал аҙығы, йәшел массаһын, кәбәген, һаламын ҡулланалар). Фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта алып барыла (Р.Р. Исмәғилев, Л.П.Малахова һ.б.). Ябай Я.б. өсөн көньяҡ урман‑дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында иң уңайлы тәбиғәт шарттары булдырылған. БР б‑са ҡулланылышҡа Веховская 1 һәм Красноградская 250 сорттары индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Ҡуҙаҡлы иген культуралары.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: