Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОРНА БОРСАҒЫ

Просмотров: 851

ТОРНА БОРСАҒЫ (Lathyrus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, Урта диңгеҙ буйында, Көньяҡ Америка тауҙарында һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 10 төрө — аҡһыл Т.б., болон Т.б., яҙ Т.б. һ.б. үҫә. Күп һәм бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ йәки үрмәле, йышыраҡ йығылыусан, бейеклеге 15—150 см. Япраҡтары ишле ҡауырһын һымаҡ, йәшел тарбаҡлы мыйыҡса, ос йәки сәнске м‑н тамамланыусы 1 йәки бер нисә пар япраҡсаһы бар. Япраҡ ҡолаҡсындары эре, япраҡ формаһында. Сәскәләре күбәләк тибында, эре, зәңгәр, шәмәхә, аҡ, һары, ҡыҙғылт төҫтә, яңғыҙар йәки күп сәскәле суҡ һымаҡ сәскәлектәрҙә урынлашҡан. Апр.—авг. сәскә ата. Емеше — ҡуҙаҡ, июнь—сент. өлгөрә. Болондарҙа, урман аҡландарында һәм ситтәрендә, урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә; сәсеүлек Т.б. культураға индерелгән. Борсаҡ һымаҡ Т.б., болон Т.б. һ.б. республиканың бөтә терр‑яһында таралған; аҡһыл Т.б. Башҡортостандың Урал алдында, Литвинов Т.б., урман Т.б. һ.б. шулай уҡ Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында үҫә. Декоратив үҫемлектәр, мал аҙығы үҫемлектәре, баллы үҫемлектәр. Бүлбеле Т.б. — ашарға яраҡлы үҫемлек. Яҙ Т.б., болон Т.б., борсаҡ һымаҡ Т.б. составында витаминдар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Л.М.Абрамова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019