Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙҮРҮҘӘН-СЫЛВА ДЕПРЕССИЯҺЫ

Просмотров: 1470

ЙҮРҮҘӘН‑СЫЛВА ДЕПРЕССИЯҺЫ, Урал алды бөгөлөндәге беренсе дәрәжәле кире тектоник структура. В.Д.Наливкин тарафынан айырып күрһәтелә (1963). БР терр‑яһында төньяҡ сиктән алып Ҡаратау ҡалҡыуына тиклем һуҙыла. Бөгөл тарафынан “йотолған” һәм БымКөңгөр уйпатлығының көньяҡ‑көнсығыш өлөшө тарафынан үҙгәртелгән. Й.‑С.д. формаһы ҡырҡа асимметриялы. Пермь ҡатламсыҡтарында бөгөлдөң күсәре Өфө амфитеатрының көнсығыш ҡанатынан туранан‑тура яҡынлыҡта үтә (Н.С.Шатский, 1945) һәм көңгөр ярусы ултырмаларының сыҡҡан һыҙаты м‑н билдәләнә. Аҫҡы пермь ҡатламдары өҫтөнөң көнбайыш борты меридиональ йүнәлештәге Өфө антиклиналенең (флексура) текә көнсығыш ҡанаты м‑н ҡатмарланған. Антиклиналдең күсәре текә көнсығыш (3—20°) һәм һөҙәк көнбайыш (30°— 1°) ҡанатлы брахиантиклиналь йыйырсыҡтары (оҙонлоғо 4—9 км, киңлеге 1—4 км, амплитудаһы 20—60 м) м‑н ҡатмарлана. Антиклиналдән көнсығыштараҡ, урыны м‑н уның сиктәрендә әселе‑һаҡмар риф массивтары һыҙаты (киңлеге 15 км, бейеклеге 500—600 м тиклем; дыуан рифтары зонаһы) үҫешкән, уларҙың иң ҙурҙары — Ярославка, Таҙтүбә һәм Өлкөндө (майҙандары 6—9 км2, ер өҫтөнә сыҡҡандарының бейеклеге 120 м). Таҙтүбә рифының бейеклеге быраулау һөҙөмтәһе б‑са төньяҡ битләүендә 820 м яҡын. Дыуан рифтарының йәше: әселе ярусы (көньяҡ массивтары) — әртә ярусының бурцев горизонты (төньяҡ массивтары). Ер өҫтөнә сыҡҡан риф массивтарынан көнсығышҡа табан меридиональ йүнәлештә һуҙылған көмбәҙле ҡалҡыуҙар (200×400 м, амплитудаһы 10—30 м, битләүҙәренең ауыш мөйөшө 1—10°) һыҙаты (киңлеге 10—15 км, Ҡаратау һырты янында 3 км кәмерәк) ята, Наливкин һ.б. б‑са уларҙың аҫтында риф массивтары булыуы күҙаллана. Был структураларҙың үҙәгендә әртә ярусы, көңгөр ярусының ләмәҙ һәм кошелев свиталары ултырмалары ер өҫтөнә сыға. Нефть ятҡылыҡтары тура килгән 22 көмбәҙле ҡалҡыу (Михайловка, Әләгәҙ, Ҡыҙылбай һ.б.) булыуы билдәле. Көнсығышта тектоник сығышлы йыйырсыҡтар асылған: Сивокамень, Ҡыҙылбай антиклиналдәре, Таймый һәм Ҡутҡантау антиклиналдәренең төньяҡ периклиналдәре. Таймый һәм Ҡутҡантау антиклиналдәре (оҙонлоҡтары 17—20 км, киңлектәре 2—4 км, амплитудалары 30—250 м) көньяҡта байтаҡҡа бейегерәк, төньяҡҡа табан әкренләп түбән төшәләр (ҡанаттарының ауыш мөйөштәре 3—15° һәм 3—7°); төньяҡ‑көнсығыш йүнәлештәге йыйырсыҡтарҙың үҙәгендә әртә ярусының ҡатламдары ер өҫтөнә сыға. Риф массивтарынан көнсығышҡа Й.‑С.д. меридиональ (көнбайыш өлөшөндә) һәм төньяҡ‑көнсығыш (көнсығыш өлөшөндә) йүнәлешле ҙур антиклиналь йыйырсыҡтар м‑н ҡатмарланған. Йыйырсыҡтарҙың үҙәгендә әртә, һаҡмар һәм әселе ярустарының төрлө свиталары һәм урыны м‑н өҫкө карбон ҡатламдары өҫкә сыға. Ғәҙәттә йыйырсыҡтарҙың көнбайыш һәм төньяҡ‑көнбайыш ҡанаттары текә (30—45°, урыны м‑н 50—70°етә), көнсығышы — һөҙәк (5—20°). Йыйырсыҡтарҙың бер өлөшө (Мәсәғүт, Лаҡлы) ваҡ структуралар һәм тектоник боҙоҡлоҡтар м‑н ҡатмарлана.

Урта, өҫкө карбондың һәм аҫҡы пермдең маркаланған горизонттары буйлап райондың тектоникаһы көнбайыштан көнсығышҡа табан уйпатлыҡтарҙың күсәре йүнәлешенә сума барған структура тупһаларынан ғибәрәт: Ҡыҙылбай (уға Имәнтау, Ҡыҙылбай, Ярославка йыйырсыҡтары тура килә), Әләгәҙ (Таймый), Ыҡтамаҡ (Ыҡтамаҡ, Мәсетле, Ҡутҡантау), Мөслим, Мәсәғүт‑Нөгөш (Нөгөш, Мәсәғүт). Көнсығыштараҡ Берёзовка, Балаҡатай, Йүкәлекүл, Ҡыйғы, Лаҡлы, Масҡар, Казанка, Апут (оҙонлоҡтары 25—60 км, киңлектәре 5— 11 км, амплитудалары 200—1700 м) антиклиналдәре урынлашҡан, улар Өфө амфитеатрының көньяҡ‑көнсығыш ситенең һыҙмаһына ярашлы башлыса субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Кристалл нигеҙҙең һәм ултырма ҡатламдың дизъюнктив дислокациялары Й.‑С.д. ҡатмарлы структураһының, бөгөлдөң һәм Өфө амфитеатрының блоклы‑баҫҡыслы төҙөлөшөнөң шарты булып тора. М.А.Камалетдинов фекеренсә, Өфө амфитеатры һәм Й.‑С.д. көнсығыш өлөшө шарьяж структураһынан ғибәрәт. Бөгөлдөң айырым биләндәре һәм депрессиялары кристалл нигеҙ блоктарының торошона бәйле һәм бер блоктан икенсеһенә күскәндә ныҡ ҡына үҙгәрә.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: